

Краснокама районында электән ҡалған йола – төрлө ойошмалар ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙамға килеп, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын төрләндереү өсөн миндек әҙерләшәләр.
Беҙ килгәндә Краснокама районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге тулы составта урман буйында миндек әҙерләү менән була ине. Улар 200 миндек әҙерләргә тейеш булһалар ҙа, һөйләшелгәндән күберәк – 250 миндек әҙерләп ҡуйғандар.
Райондың баш зоотехнигы Зенфир Әхмәтов әйтеүенсә, был йоланы ул бала сағынан хәтерләй.
– 4-5 кластарҙа уҡығанда беҙҙе миндек әҙерләшергә алып сыға башланылар. Бөтөн мәктәп менән йыйылышып сыға торғайныҡ. Бик күңелле һәм дәррәү эшләп ҡайта инек. Быйыл бесән былтырғынан өс-дүрт тапҡырға күберәк булһа ла, мал аҙығын төрләндереү өсөн ағас япрағы кәрәк, – ти.
Хеҙмәттәштәренең өлгөһөнән Борайҙар ҙа ҡалышмай. Шулай уҡ хакимиәттең ауыл хужалығы бүлеге һәм мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре лә “Колос” хужалығына ярҙамға сыҡҡан. Бөтә район буйынса был тәжрибә инде нисәнсе йыл уңышлы тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, ҡышҡылыҡҡа малдарға япраҡ әҙерләү байтаҡ райондарҙа ҡулланыла.,
Л. ҒАФАРОВА