Иҡтисад
12 Июль 2022, 08:27

Ҡыйыуҙар ҡурҡып тормай

Гөлнара Фәрхетдинова 2011 йылда тормош иптәше менән фермерлыҡ эшенә тотонорға булғас, һыйыр һәм һарыҡ үрсетә башлайҙар. Ул 2016 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын рәсми рәүештә теркәй, ә 2017 йылда республика конкурсында ҡатнаша һәм яңы эш башлаған фермерҙарға бирелгән грантты ота.

Ата-әсәһенең кәңәше, ярҙамы менән ул һауын көтөүен арттыра һәм мал аҙығы әҙерләү техникаһы һатып ала. Эш урынында һәр ваҡыт тәртип – һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, бөтә етештереү процесы иҫәптә.

Хәҙер Гөлнара Нил ҡыҙының 200 баш һыйыр малы бар. Уларҙың 80-е – һауын һыйыр. Даими табыш һөт һатыуҙан алына ла инде.

– Ауыл хужалығында үҙ эшеңде алып барыуҙа ауырлыҡтар байтаҡ, – тип һөйләй Гөлнара Фәрхетдинова. – Төп һәм беренсе проблема – ул кадр­ҙар мәсьәләһе. Үкенескә ҡаршы, хәҙер ауыл хужалығы эше абруйлы түгел, кешеләр физик эшкә килеп бармай.

Бөгөн уның хужалығы көнөнә тоннанан ашыу һөт етештерә, фермер һөттө Яраҫтау ауылының “Галактика” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына тапшыра. Беҙҙең райондың крәҫтиән (фермер) ху­жа­лыҡтары араһындағы төп айыр­ма­лыҡ­тары – сенажды үҙҙәре әҙер­ләүҙә.

Гөлнара Нил ҡыҙы өсөн ауыл ху­жа­лығы – фиҙакәрлек, ныҡышма­лылыҡ, белем һәм һөҙөмтәгә ире­шеү һәләте талап иткән эш кенә түгел, ә йәшәү рәүеше лә.

Тормош иптәшен – ике бала­һының атаһын юғалтҡан Гөлнара, оло ҡайғы алдында бөгөлөп төшмәй, ире менән бергә башлаған эште дауам итә. Бөгөн уға ағаһы Вил Ғәл­лә­мов һәм хужалыҡтың төп вариҫы – улы Марсель Фәр­хетдинов ярҙам итә. Улар һәм тағы ла өс эшсе, ва­ҡыт һәм һаулыҡ менән иҫәп­ләш­мә­йен­сә, уңыш, сәләмәт мал алыу, си­фатлы мал аҙығы әҙерләү өсөн көн һайын хеҙмәт батырлығы күр­һә­тә. Дөйөм эшһөйәрлек һәм ны­ҡыш­малылыҡ арҡаһында улар яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәшә.

Гөлнара Нил ҡыҙы үҙенә һәм баш­­ҡаларға ла талапсан, яуаплы. Коллегалары һәм район етәкселеге араһында ла лайыҡлы абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды. Район хакимиәте һәм Башҡортостандың Ауыл хужа­лығы министрлығы наградалары бар.

Лариса РИЗВАНОВА

Читайте нас