Иҡтисад
13 Июль 2022, 16:20

Башҡортостан тышҡы бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтерә

Сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштар – идара итеү командаһы алып барған системалы эш һөҙөмтәһе.

Башҡортостан тышҡы бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтерәБашҡортостан тышҡы бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтерә
Башҡортостан тышҡы бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтерә

“Незыгарь” телеграм-каналы ошо көндәрҙә баҫтырған “Рәсәй субъекттарының халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге: Көнсығышҡа әйләнеш” докладында 2022 йылдың беренсе яртыһында Рәсәй төбәктәренең халыҡ-ара көн тәртибендәге төп ваҡиғаларына һәм уларҙың ағымдағы иҡтисади-сәйәси тенденцияларына анализ яһаны. Тикшеренеүҙә Башҡортостанға ҙур урын бирелгән, уны эксперттар тышҡы бәйләнештәрҙе айырыуса әүҙем үҫтереүсе төбәктәр иҫәбендә атай. Был хәлгә “Башинформ” агентлығы комплекслы анализ яһаған.  

Инвестициялар көнсығыштан киләсәк

Февралдән алып Рәсәй быға тиклем күрелмәгән санкциялар баҫымы шарттарында йәшәй. Башҡортостанда тышҡы иҡтисади сикләүҙәр сағыштырмаса йомшаҡ булғанда уҡ хәлдәрҙең етдилеген аңлайҙар. 2018 йылдан башлап республика баҙарҙары диверсификацияланды, БДБ илдәре һәм Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә. Башҡортостан нефть эшкәртеү комплексы, автопром, машина эшләү һәм башҡа тармаҡтар өсөн продукция етештереүҙе яйға һалыу ғына түгел, ә уға Һиндостан, АҠШ, Беларусь, Төркмәнстан, Европа илдәрен һәм башҡа дәүләттәр компанияларын йүнәлтә алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың санкция баҫымы шарттарындағы ҡатмарлы сценарийға әҙерлеге тураһында белдерҙе.

Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереү төбәк етәкселәрен иҡтисади эшмәкәрлеккә төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итте. Бында Көнсығыш партнерҙар, шул иҫәптән яҡын сит илдәр менән хеҙмәттәшлек ҙур потенциалға эйә. Төбәктәрҙе сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек дәрәжәһе буйынса бүлешеп, аналитиктар Башҡортостанды (Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләре менән бер рәттән) был өлкәлә иң әүҙемдәр рәтенә индерә. Бындай стратегия иҡтисади көслө субъекттар, сит ил партнерҙары менән мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың бай тарихи булған субъекттар өсөн хас. Бынан тыш, уңыш әлеге төбәктәрҙең башлыҡтары эйә булған етди лоббистик мөмкинлектәргә лә бәйле.

Был һөҙөмтәләрҙе республиканың иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы мәғлүмәттәре раҫлай. Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостандың рәсми делегацияһы ун тапҡыр сит илдәргә сәфәргә барған, 2021 йылда – 17. Ағымдағы йылда 17 рәсми сәфәр үтте.

“Көнбайыш йүнәлеше даирәһе санкцияларға бәйле тарайыуы шарттарында беҙ Көнсығыш-Азия төбәктәрендә яңы партнерҙар табабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Республиканың визит карточкаһы

Башҡортостан үҙен киләсәктә танытыу, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, шулай уҡ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙә уҙа торған халыҡ-ара форумдар мөмкинлектәрен әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация 15-18 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 31 килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан башҡа төбәктәргә үрнәк

Башҡортостан элек юғалған бәйләнештәрҙе тергеҙеп, башҡа төбәктәрҙе үҙенә әүҙем рәүештә йәлеп итә. Петербург иҡтисади форумы майҙансығында ете субъект (Башҡортостан, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия һәм Пермь крайы) биләмәһендә Евразия иҡтисади үҙәген төҙөү тураһындағы меморандурға ҡул ҡуйыу әһәмиәтле ваҡиға булды. Ул дөйөм хаҡы 100 миллиард һумдан ашыу булған 70 проектты берләштерергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте төбәктең сәнәғәт үҫеше темптарын йылына 10 процентҡа ҡәҙәр еткереү бурысын ҡуйҙы. Уға ағымдағы йылдың беренсе кварталында уҡ өлгәшелгән, ул ваҡытта республиканың сәнәғәт үҫеше индексы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 110,1 процент тәшкил иткән, уртаса Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға тиерлек артып киткән.

Йомғаҡ яһап, эксперттар Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы – идара итеү командаһы алып барған системалы эш һөҙөмтәһе тигән фекергә килә.

“Башҡортостан ике йыл рәттән Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһен уҙып бара. Был уңыш республикала сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә системалы эш менән бәйле тип уйлайым. Пандемия һәм санкцияларға ҡарамаҫтан, төбәктә сәнәғәт үҫә бара, бында, һис шикһеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да өлөшө ҙур”, – тип иҫәпләй социаль конфликттарҙы яйға һалыу үҙәге башлығы Олег Иванов.

сығанаҡ: "Башинформ" агентлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас