

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә уҙғарылған Хөкүмәт ултырышында урман хужалығын алып барыуҙа һанлы сервистар ҡулланыу мәсьәләһе тикшерелгән.
Федераль кимәлдә “Һанлы урман” концепцияһын үҫтереү буйынса әүҙем саралар күрелә. Маҡсат – тармаҡты заманса һәм граждандарға уңайлы итеү. Быйыл урман хужалығының федераль агентлығы урман комплексы дәүләт мәғлүмәт системаһының тәүге сиратын булдырыу буйынса эштәрҙе башлау тураһында иғлан итте. Уны тулы күләмдә эшләтеп ебәреү 2025 йылға билдәләнгән.
"Был кәрәкле сара. Һуңғы йылдарҙа урман хужалығы ойошмалары күрһәткән дәүләт хеҙмәттәренең бер өлөшө электрон төргә күсерелде. Башҡортостанда бөгөн Урман хужалығы министрлығы күрһәткән 16 дәүләт хеҙмәтенең унын урманды файҙаланыусылар дәүләт хеҙмәттәренең электрон порталы аша электрон рәүештә алыу мөмкинлегенә эйә. Рәсәйҙә электрон рәүештә бирелгән күсермәләр һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән һуң 2-се урында килә", - тип билдәләне Андрей Назаров.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов та тармаҡты һанлаштырыу тураһында һөйләне. Уның билдәләүенсә, был мәсьәләнең көнүҙәклеге төбәктә урманды файҙаланыу буйынса ярайһы әүҙем эш алып барылыуына бәйле. Мәҫәлән, ҙур ихтыяж менән ҡулланылған хеҙмәттәрҙең береһе - дәүләт урман реестрынан күсермә алыу. 2021 йылдан алып ул дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы йәки дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы аша бирелә.
"Башҡортостан буйынса быйыл беренсе кварталда Урман хужалығы республиканың башҡарма власть органдары араһында электрон рәүештә күрһәтелгән дөйөм хеҙмәттәр һаны буйынса 2-се урынды биләй", - тине Марат Шәрәфетдинов. Доклад һуңында ул ведомство тарафынан “Башҡортостан урмандары” Аверс мәғлүмәт системаһының картография модулен – төбәк мәғлүмәт системаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Был Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һәм урманды файҙаланыусыларға картография материалдары менән электрон рәүештә файҙаланырға булышлыҡ итәсәк.
"Һанлы технологиялар урман хужалығында яңы перспективалар аса. Шуға тармаҡты һанлаштырыу буйынса артабан да комплекслы эштәр алып барыу мөһим. Был иһә урманды файҙаланыусылар менән берҙәм мәғлүмәт киңлегендә эшләргә ярҙам итәсәк", - тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.