

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына ингән Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.
Аслан Бжания етәкселегендәге Абхазия делегацияһы вертолет двигателдәре компоненттарын сығарыу буйынса етештереү-технология үҙәгенең эше менән танышты. Был – берекмәләге заманса производстволарҙың береһе. Унда 300-ҙән ашыу станок һәм эшкәртеү үҙәге булған дүрт участкала 800-гә яҡын моторҙар эшләүсе иҫәпләнә. Улар Ка һәм Ми вертолеттары өсөн двигателдәрҙең төп узелдарын сығарып ҡына ҡалмай, шулай уҡ осоу аппараттарының перспективалы моделдәре өсөн яңы көс ҡулайламалары деталдәрен етештереүҙе лә үҙләштерә.
– Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе машиналар эшләү йәһәтенән ҙур тәжрибәгә эйә булған әһәмиәтле һәм уникаль предприятие, – тине Андрей Назаров. – Бында һыналған тырыш коллектив эшләй, йәштәр, юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар күп. Предприятие заманса технологияларҙы даими ҡуллана, шуға күрә киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ.
“ОДК-УМПО” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко предприятиела, импортҡа алмаш программаһына ярашлы, вертолет двигателдәре узелдарын сығарыу буйынса етештереү-технология үҙәге проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
Делегация шулай уҡ авиация һәм ер өҫтө двигателдәрен тулыһынса йыйыу цехын ҡарап сыҡты. Бында әҙер узелдар һәм айырым деталдәр килә, артабан юғары квалификациялы слесарҙар уларҙы бер бөтөн итеп йыя. Артабан делегация ағзалары авиация двигателдәрен һынау цехын ҡараны. Аслан Бжания Өфө мотор эшләүселәренең ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.
– Өфө моторҙар эшләү берекмәһе заводында легендар авиация двигателдәре етештереүҙе күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы булды. Етештереү цехтарын ҡарап сыҡҡандан һуң, Абхазия Республикаһы менән Рәсәй бергә булғанда, беҙ еңелеү белмәҫбеҙ, тигән ышанысым нығына төштө, – тине Аслан Бжания. – Башҡортостан Республикаһы менән күп өлкәләрҙә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.
Экскурсия тамамланғас, Аслан Бжанияға двигателе УМПО заводында йыйылған Су-35 истребителенең бәләкәй күсермәһен бүләк иттеләр.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press