

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан менән Абхазия үҙҙәренең иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙ-ара сауҙаны һәм инвестицияларҙы үҫтереүҙә, кооперация бәйләнештәрен нығытыуҙа һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең үҙ-ара аралашыуын киңәйтеүҙә ҙур ғәмәли әһәмиәткә эйә булған ошондай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне.
– Бөгөн хеҙмәттәшлеккә ныҡлы нигеҙ һалабыҙ. Башҡортостан Рәсәйҙә һәм донъяла танылған эшлекле репутацияға эйә. Беҙ 128 ил менән сауҙа-иҡтисади бәйләнеш булдырғанбыҙ. Былтыр тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 4,6 миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән. Республикаларыбыҙ араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 14,6 миллион доллар булған. Башҡортостан ҙур һатыу баҙарына эйә. Беҙҙә дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй, – тине Премьер-министр.
Сарала шулай уҡреспубликабыҙҙа ауыл хужалығының юғары үҫеш алыуы телгә алынды.
– Башҡортостан барлыҡ аҙыҡ-түлек төрҙәрен тиерлек сығара. Йыл һайын дүрт миллион тоннаға тиклем иген йыябыҙ. Һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм һөт етештереү, йылҡы һәм һыйыр малының һаны буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Был аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Йыл һайын етештереү күләмен биш процентҡа арттырабыҙ, – тип билдәләне Премьер-министр.
Андрей Назаров туризм һәм шифахана-курорт, төҙөлөш һәм энергетика, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, мәғариф һәм мәҙәни өлкәләрҙә берлектәге проекттарҙы үҫтерергә әҙер булыу тураһында белдерҙе.
Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания төбәк етәкселегенә йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте.
– Республикаларыбыҙ эйә булған ҡеүәт әлегә тулыһынса файҙаланылмай. Тормоштоң төрлө өлкәләрендәге бәйләнештәребеҙҙе үҙгәртеп ҡорорға тейешбеҙ. Төп маҡсат – граждандарыбыҙҙың тормошон еңеләйтеү, яҡшыртыу, республикаларҙа етештерелгән тауарҙың һәм хеҙмәттәрҙең Абхазиянан Башҡортостанға һәм Башҡортостандан Абхазияға сығарылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да, – тине Аслан Бжания.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостан менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса республика илдәге тулайым эске продукттың яртыһынан ашыуын сығарған лидерҙар тиҫтәһенә тотороҡло инә. Башҡортостан менән Абхазия араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙең төп йүнәлештәре араһында туризмды Рөстәм Моратов айырып билдәләне.
Абхазия делегацияһы ла ошо өлкәлә хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Туризм министры Теймураз Хишба Абхазияның туристик ҡеүәтенең күптән киң танылыуын, һуңғы бер нисә йылда туристик инфраструктура үҫешендәге, фешенебелле отелдәр төҙөлөшөндәге ыңғай үҙгәрештәрҙе телгә алды. Туризм министры Абхазияла үҙенсәлекле инвестиция шарттары булдырылыуы тураһында ла һөйләне.
Сарала Башҡортостан предприятиеларының Абхазия менән хеҙмәттәшлек итеүе буйынса тәҡдимдәр тыңланды. Атап әйткәндә, “Башспирт” йәмғиәтенә үҙенең сауҙа селтәре аша “Абхазия шарабы” брендын танытырға тәҡдим ителде.
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания туризм, ике йүнәлештә лә туристар күләмен, нефть химияһы, ауыл хужалығы продукцияһы экспорты һәм импорты күләмен өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ышаныс белдерҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press