Иҡтисад
15 Июль 2022, 04:11

Бесән мул, башаҡтар ҡуйы

Мал аҙығы әҙерләү өсөн көндәр һәйбәт булды.

Айрат Нурмөхәмәтов  Баш агроном Ришат Гәрәев, механизатор Айҙар Нуриев, райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Данис Ишмаҡаев борсаҡ баҫыуындаАйрат Нурмөхәмәтов  Баш агроном Ришат Гәрәев, механизатор Айҙар Нуриев, райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Данис Ишмаҡаев борсаҡ баҫыуында
Баш агроном Ришат Гәрәев, механизатор Айҙар Нуриев, райондың Мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Данис Ишмаҡаев борсаҡ баҫыуындаФото:Айрат Нурмөхәмәтов

Республикала эҫе көндәр урынлашҡас, бесән эшләү тиҙлеге күҙгә күренеп артты. Ауыл хужалығы эшсәндәре бөгөнгә ҡарата 355 мең гектарҙа күп йыллыҡ үлән сапҡан, был планлаштырылған күләмдең яртыһын тәшкил итә. 248 мең тонна бесән йыйып алынған – дөйөм күләмдең 34 проценты тиерлек.

Баҡалы һәм Әлшәй райондары хужа­лыҡтары бесән сабыуҙа иң әүҙемдәрҙән, бында уның запасы 10,8 һәм 10,7 мең тонна тәшкил итә. Шулай уҡ Көйөргәҙе һәм Дәүләкән райондарында 10-ар мең тоннанан ашыу бесән йыйылған.

Бынан тыш, хужалыҡтар сенаж һала, тап ошо төр мал аҙығы ҡышҡыһын юғары баһалана, әле ул республика буйынса 763 мең тонна әҙерләнгән.

Сенаж һалыу буйынса Дүртөйлө районы иң әүҙем һанала. Хужалыҡтарҙа 62,3 мең тонна мал аҙығы тупланған. Ауырғазы районында 60 мең тоннаға яҡын, Стәрлетамаҡ районында 46 мең тонна сенаж һалынған.

Был исемлектә алдынғылыҡты һаҡлап ҡалған Дүртөйлө районына эш сәфәре менән сыҡтыҡ.

Райондың иң көслө хужалыҡтарының береһе “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы” йәм­ғиәте баҫыуҙарында эш ҡайнай. Беҙҙе хужалыҡтың баш агрономы Ришат Гәрәев ҡаршы алды.

Хужалыҡтың 7 879 гектар сәсеү майҙаны бар. 800 гектарҙа ужым бойҙайы, 100 гектарҙа – тритикале, 1100 гектарҙа яҙғы бойҙай, 1300 гектарҙа – арпа, 210 гектарҙа – ҡарабойҙай, 400 гектарҙа - борсаҡ, бынан тыш соя, һоло, көнбағыш, кукуруз сәселде. Мең гектар самаһы майҙанды күп йыллыҡ үләндәр биләй. Ике тонна самаһы бесән тупларға ниәтләйбеҙ. Әлеге мәлдә 111 мең тонна сенаж һалынды. Бөгөн иһә 400 гектарлыҡ борсаҡ баҫыуын сабып, шул соҡорҙарға өҫтәргә иҫәп тотабыҙ. Борсаҡ мал аҙығын туҡлыҡлыраҡ итә. План буйынса сенажды 200 тонна самаһы һалырға тейешбеҙ, был запас беҙгә ике йылға етәсәк. Былтыр, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, етерлек күләмде әҙерләүебеҙ отошло булды, башҡа хужалыҡтарға, хатта күрше райондарға силос менән ярҙам иттек, – тип һөйләне ул.

Хужалыҡҡа сәсеү эштәрен тотҡарлыҡһыҙ атҡарыу, мал аҙығы әҙерләүҙә ҡеүәтле техника ярҙам итә. Һуңғы арала ғына яңы сәскестәр алынған, яңы комбайн ҡайтарылған. Заманса йыһазландырылған ҡеүәтле машиналар эште еренә еткереп, сифатлы итеп атҡара. Бары тик уға идара иткән механизаторҙың оҫта булыуы кәрәк. Хужалыҡта иһә тап шундайҙар эшләй ҙә. Баш агроном Венер Әхиәтдинов, Рәсим Зарипов, Эльфир Хәмиҙуллин, Фәрит Шәйхетдинов кеүектәргә техниканы ышанып тапшырырға була.

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһында күптән түгел алынған “Ягуар-860” комбайнының ярҙамын баһалап бөткөһөҙ. Ул бер үҙе 13 берәмек техниканы алмаштыра! Бер ыңғай һуғылған мал аҙығының сифатын баһалап, анализ да бирә. Был техникала Линар Мусин эшләй. Линар быға тиклем һигеҙ йыл әлеге комбайндың саҡ ҡына иҫкерәк моделендә баҫыуҙарҙы гиҙһә, бер йыл ошо яңы техниканы “йүгәнләй” һәм бик ҡәнәғәт.

Ҡеүәтле техникала эшләүе лә күңелле. Эш тә ырай, боҙолоп та ултырмай. Бер көндө 276 “КамАЗ” машина сенаж тейәп ебәрҙем. Бындай һөҙөмтәне күреү үҙе күңелде күтәрә һәм дәрт өҫтәй.

Һыуыҡкүл ауылында яңы йорт һалып сыҡтыҡ. Ҡатыным менән ике бала үҫтерәбеҙ. Баҡсабыҙ ҙур, ишле мал тотабыҙ. Ауылда төпләнеп ҡалғаныма бер ҙә үкенмәйем, – ти уңған ир-егет.

Баш агроном иһә Линарҙың булдыҡлылығына һоҡланыуын йәшермәй.

Бер минут тик торғанын күрмәҫһең. Ҡулынан килмәгәне юҡ, һәр техниканы көйләп, эшләтеп ебәрә. Был яҡтан ул атаһына оҡшаған. Атаһы Рәсих тә оҙаҡ йылдар ошо хужалыҡта эшләгән һәм уны һаман һағынып иҫкә алалар. Тап ошондай егеттәр арҡаһында ауыл да йәшәй, хужалыҡта эш тә алға бара, – ти Ришат Фәрит улы.

Тышта 32 градус эҫелек. Күләгәлә лә тын алып булмай. 400 гектарҙа борсаҡ сәселгән баҫыуға йүнәләбеҙ. Бында Айҙар Нуриев борсаҡ саба. Уның техникаһы заманса һыуытҡыс менән йыһазландырылған, эшләүе ауыр түгел, әммә ҡояш баҫыуҙа тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙыра, ә градусник 42 градус эҫелекте күрһәтә!

“МасДон” комбайны бер көн эсендә 120 гектар майҙанды сапҡан. Айҙар Нуриевтың эш сәғәте бөтөүгә, икенсе механизатор киске сменаға сығасаҡ һәм борсаҡ сабылып та бөтәсәк.

Афарин, ауыл эшсәндәре!

Дүртөйлө районы.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Айрат Нурмөхәмәтов  Механизатор Линар Мусин эшенән ҡәнәғәтАйрат Нурмөхәмәтов  Механизатор Линар Мусин эшенән ҡәнәғәт
Механизатор Линар Мусин эшенән ҡәнәғәтФото:Айрат Нурмөхәмәтов
Читайте нас