Иҡтисад
16 Июль 2022, 13:30

Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға

Проект буйынса 2023 йыл аҙағына тиклем 12 яңы машина һәм ярҙамсы ҡорамал файҙаланыуға тапшырыла.

Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиғаБелорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға

Бөгөн Белорет ҡалаһында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡорос сым-канат производствоһын яңыртыу буйынса проект нигеҙендә яңы заманса сымды һуҙыу стандарын сафҡа индереүгә арналған тантанала ҡатнашты.

Белорет металлургия комбинатының яңы ҡорамалы сымдың механик үҙенсәлектәрен һәм сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, шулай уҡ сығарылған продукцияның экологик хәүефһеҙлеген, сифатын яңы кимәлдә тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Андрей Назаров сараны “Мечел” һәм “Мечел-Сервис” йәмғиәттәре етәкселеген бүләкләүҙән башланы.

– 2018 йылда импортты алмаштырған һәм илдә аналогы булмаған продукция – күп ҡатлы канат етештереү яйға һалынды. Ярты миллиард һумлыҡ проект Сәнәғәтте үҫтереү буйынса федераль фондтың финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Әле легирланған сым цехында сымды һуҙыу буйынса яңы ҡорамалды сафҡа индерәбеҙ. Ҡорос сым-канат производствоһын яңыртыу буйынса проекттың дөйөм хаҡы – 1,5 миллиард һум, ул экологик хәүефһеҙлекте һәм сығарылған продукцияның сифатын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменән һәм шәхсән үҙемдән барығыҙҙы ла комбинаттың 260 йыллыҡ юбилейы һәм һөнәри байрам – Металлургтар көнө менән ҡотлайым! – тине Андрей Назаров.

 “Мечел” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Игорь Зюзин һәм “Мечел-Сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Леонид Полянский – Салауат Юлаев ордены, ә “Мечел” йәмғиәтенең генераль директоры Олег Коржов Халыҡтар дуҫлығы орденына менән бүләкләнде.

Артабан Премьер-министр һәм предприятие етәкселеге заманса ҡорамалды сафҡа индерҙе, унан һуң делегация Белорет металлургия комбинатын, етештерелгән метиз продукцияһын ҡарап сыҡты. Проект буйынса 2023 йыл аҙағына тиклем 12 яңы машина һәм ярҙамсы ҡорамал файҙаланыуға тапшырыла, әйләнештәге циклдар реконструкциялана, ҡорос сым-канат производствоһының ҡалдыҡ һыуҙарын таҙартыу буйынса яңы станция сафҡа индерелә.

Фото: республика Хөкүмәте.

Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Белорет комбинатында – иҫтәлекле ваҡиға
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас