Иҡтисад
16 Июль 2022, 12:00

“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”

Андрей Назаров комбинатта яңы ҡорамалды сафҡа индереү тураһында яҙҙы.

“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”
“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Белорет металлургия комбинатында яңы ҡорамалды сафҡа индереү тураһында яҙҙы.

“Шилкин Юрий Павлович. Уның хеҙмәт кенәгәһендә 30 йыл дауамында берҙән-бер яҙыу – Белорет металлургия заводы. Эшен ярата, барыһынан да ҡәнәғәт, йәнә беҙ бөгөн асҡан яңыртылған производствоға ла бик шат.

Үҙ эшенең ошондай патриоттары, ҡалаларыбыҙ һәм илебеҙ өсөн дә шарттарҙы даими яҡшыртырға тырышабыҙ. Бөгөн легирланған сым цехында сымды һуҙыу буйынса яңы ҡорамалды сафҡа индерҙек. Был проект Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашырылды.

Инвестициялар күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итте, шуның 750 миллионы – Сәнәғәтте үҫтереү фондынан. Беҙҙең программаға өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын индереү һөҙөмтәһендә комбинатҡа ярҙам саралары пакеты сиктәрендә ташламалар тәҡдим итәбеҙ.

Яңы производство нимә бирер? Экологик мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ. Ябай һүҙ менән әйткәндә, йылғаға зарарлы матдәләр аҙыраҡ төшәсәк, бынан тыш, продукцияның сифаты яҡшырасаҡ, юғары етештереүсәнле яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Был уңыштарҙың барыһы ла – комбинаттағы татыу коллективтың ҡаҙанышы. Беҙ Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөгөҙҙө юғары баһалайбыҙ. Юбилейығыҙ менән! Яңы производство еңеүҙәре һәм хеҙмәттә уңыштар!

P.S. Яңыртылған ҡорамалды һәм иҫке технологияны үҙ күҙегеҙ менән күрегеҙ”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_1037

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_1037

“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”
“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”
“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”
“Уңыштарҙың барыһы ла – татыу коллективтың ҡаҙанышы”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас