

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатыны менән Баймаҡ районының Наҙар ауылына барған. Ошо хаҡта социаль селтәрҙә уртаҡлаша.
– Ял көнөндә ҡатыным менән Баймаҡ районының Наҙар ауылына барҙым, исеменең тура килеүен әйт әле! Унда беҙҙең ҡунаҡтар араһында танылыу алған ҡымыҙ етештерәләр. Уны Денис Өмөтбаев ғаиләһе менән әҙерләй. Ҡулдар аша һөйөү һәм көс-ҡеүәт күсә, шуға ҡымыҙ ҡулдан эшләнә. Үҙҙәре һауа, ҡоя һәм ярлығын йәбештәрә.
Дениста алты кеше эшләй, ике төр ҡымыҙ етештерәләр – берәүһе - ғәҙәти, икенсеһе – ыҫланған. Тағы ла өсөн төрөн етештерергә уйлайҙар – ғаилә рецебы буйынса.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы 2021 йылда етештереү ҡеүәтен үҫтереүгә 60 процент өлөш индергән. Әле фермала айына 3-3,6 тонна ҡымыҙ әҙерләйҙәр, уны 10 тоннаға еткерергә ниәтләйҙәр.
Миңә ҡымыҙ етештереү фәлсәфәһе һәм ҡарашы оҡшаны – хайуандар һәм тәбиғәт менән кешелекле мөнәсәбәттә булыу, һәм милли үҙенсәлекте һаҡлап, беҙ үҫтерергә теләгән төбәктәге гастрономия мәҙәниәте элементы булараҡ, ҡымыҙ етештереү. Был Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш.
Һәм, әлбиттә, был проекттың тарихы һәм быуындар бәйләнеше бар. Денистың олатаһы революцияға тиклем эре йылҡысы булған, атаһы эшен дауам иткән, ейәне лә бының менән мауығып, эште яҡшы үҙләштергән. Үҙеңдең етештереүсеңә йүнәлеш алыу – беҙ ошо юҫыҡта хәрәкәт итәбеҙ. Хөкүмәт тарафынан, һис шикһеҙ, ошондай эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип уртаҡлаша Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: Андрей Назаровтың шәхси архивынан.