Иҡтисад
17 Июля 2022, 09:30

Ялыуҙы еңел генә бирергә була

Әгәр һеҙ Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлһәгеҙ, уны бер көн эсендә ҡараясаҡтар.

Ялыуҙы еңел генә бирергә булаЯлыуҙы еңел генә бирергә була
Ялыуҙы еңел генә бирергә була

Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡты пландан тыш тикшереүҙәргә Дәүләт хеҙмәттәре порталында ялыу бирергә мөмкин

2022 йылдың март башында Рәсәйҙә бизнесты тикшереүгә мораторий индерелде. Ошо ваҡыт эсендә 240 мең самаһы планлы һәм пландан тыш тикшереү юҡҡа сығарылды. Санитар һәм янғын контроле мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, йәйге лагерҙарҙы һәм хәүефле производствоны тикшереү өсөн генә һаҡланып ҡалды. Шуның һөҙөмтәһендә эшҡыуарҙар 60-тан 80 миллиард һумға тиклем аҡсаһын янында ҡалдырған.

Ағымдағы йылда тикшереүҙәргә индерелгән сикләүҙәрҙе үтәүгә контроль көсәйтелә. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында сервис эшләй башланы. Сервис ярҙамында мораторийҙы боҙоу тураһында хәбәр итергә мөмкин. Бизнес вәкилдәренең, шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм граждандарҙың ялыуҙарын бер эш көнө дауамында ҡараясаҡтар.

Мораторийҙы боҙоуға Дәүләт хеҙмәттәре аша ялыу бирергә мөмкин: https://gosuslugi.bashkortostan.ru

Ентеклерәк - социаль селтәрҙәрҙәге карточкаларҙа.

Фото 9111.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас