Иҡтисад
18 Июль 2022, 17:45

Беҙҙең аэропорт ике миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән

Башҡортостан Башлығы аэропорт етәкселегенә һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте.

Беҙҙең аэропорт ике миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергәнБеҙҙең аэропорт ике миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән
Беҙҙең аэропорт ике миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән

18 июлдә Мостай Кәрим исемендәге "Өфө" халыҡ-ара аэропорты пассажирҙар ағымы ике миллион кешегә етте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе.

"2022 йылдың тәүге ярты йыллығында аэропорт 1,74 миллион кешене хеҙмәтләндергән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән алты процентҡа күберәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙ ике миллионынсы пассажирҙы көтәбеҙ. Ә аэропорт коллективы йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 3,7 миллион кешегә еткерергә иҫәп тота".

Өфөнән иң күп рейстар - Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка. Бынан тыш, тура осоштар географияһы Екатеринбургты, Татарстанды, Түбәнге Новгородты, Һамарҙы, Красноярскиҙы, Новосибирскиҙы, Волгоградты үҙ эсенә ала. Башҡортостан Башлығы "Өфө" халыҡ-ара аэропорты етәкселегенә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

- Авиация тармағы өсөн ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, беҙҙең аэропортта пассажирҙар ағымы ярайһы уҡ арта. Йүнәлештәр географияһы бик яҡшы үҫешә, - тине Радий Хәбиров. - Коллективтың яңы рейстар асыу өҫтөндә эшләүе мөһим. Беҙ кешеләрҙең сит илгә, шулай уҡ бик күп Рәсәй төбәктәренә сығыу мөмкинлектәрен киңәйтәбеҙ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас