

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә "Өфө" халыҡ-ара аэропорты тураһында яҙма ҡуйҙы.
"Өйгә ҡайтҡан һайын "Өфө", "Башҡортостан" тигән исемдәрҙе күреп, республикабыҙҙан булыуыма ҡыуанам. Шул уҡ ваҡытта аэропорт - һөҙөмтәле эшләгән предприятие. Әйтәйек, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса, ул 1,74 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән - был 2021 йылдың ғинуар - июнь айҙарына ҡарағанда алты процентҡа күберәк. Ә башҡа ҡалалар аэропорттарында пассажирҙар ағымы уртаса бер проценттан артмай.
Бөгөн Өфө аэропортында ике миллионынсы пассажирҙы сәләмләнеләр. Күҙаллауҙар буйынса, быйыл бөтәһе 3,7 миллион пассажирға иҫәп тотабыҙ. Һәм был бик ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан. Әммә авиаосоштарға ихтыяж булыуы яҡшы, был - иҡтисадыбыҙ үҫешенең мөһим индикаторы.
Эшлекле һәм туристик сәфәрҙәр дауам итә, халыҡтың әүҙемлеге арта. Эске йүнәлеш бик яҡшы үҫешә - Өфө самолеттары Рәсәйҙең 29 ҡалаһына оса. Шуныһы мөһим: халыҡ-ара рейстар асыла, был минең йөкләмәм. Беҙҙең делегацияларҙың Астанаға һәм Үзбәкстанға сәфәре барышында һөйләшелгәнсә, Нур-Солтанға, Ташкентҡа осоштар асылды. Өфөнән бөтәһе 13 халыҡ-ара йүнәлеш бар. Әле беҙҙең аэропорт Хургадаға, Алматыға рейстар асыу, Төркиәгә, Әрмәнстанға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә рейстар һанын арттырыу өҫтөндә эшләй.
Өфө аэропортын лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайым һәм етәкселеккә яҡшы эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Асылған бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, алға табан барабыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall413272232_844781