

18 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Транспорт сәғәте" форматында тематик кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә - юл хеҙмәттәрен көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү, хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу, шулай уҡ "Алға" берҙәм транспорт картаһы проектын үҫтереү.
"Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов ойошма филиалдарының юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса эше, шулай уҡ техник паркты көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү тураһында һөйләне. "Башкиравтодор" ҡарамағына төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 23,8 мең саҡрым юл инә. 2022 йылда улар 35,2 саҡрым туҙған асфальт ҡатламын тергеҙгән, дөйөм оҙонлоғо 82,1 саҡрымлыҡ участкаларҙа ремонт үткәргән, шулай уҡ 92 мең етешһеҙлекте бөтөргән.
Ойошма белгестәре боҙлауыҡҡа ҡаршы реагенттар һатып алыуға һәм ҡом базалары әҙерләүгә тотонған. Предприятиеның техник паркы 3,2 мең төрлө махсус машина тәшкил итә, шуларҙың 1,5 меңен ҡыш юлдарҙы тәртиптә тотоуға йәлеп итергә ниәтләйҙәр. Илдар Юланов хәбәр итеүенсә, "Башкиравтодор" эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн 12 территориаль идаралыҡҡа 45 юл ремонт-төҙөлөш идаралығын берләштереү буйынса юл картаһы әҙерләнгән. Был техниканың тәьмин ителешен арттырырға, төҙөлөш материалдарының һәм ҡорамалдарҙың логистикаһын оптималләштерергә мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы предприятие етәкселегенең башланғысын хупланы, был эштең яҡынса һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итергә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ алдағы "Транспорт сәғәте" ултырыштарының береһендә республика биләмәһендә федераль трассаларҙы тәртиптә тотоу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу саралары тураһында һөйләне.
Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһенең төп сәбәбе - водителдәрҙең билдәләнгән тиҙлек режимын боҙоуы. 2022 йылдың 15 авгусына тиклем трассала яңы юл билдәләрен, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик теркәү, шул иҫәптән "Уҙыу тыйыла" тигән билдәләр ғәмәлдәге зонала ҡаршы һыҙатҡа сығыу комплекстарын ҡуйыу күҙаллана.
"Алға" берҙәм транспорт картаһы проектын үҫтереү тураһында Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итте. Республикала бөтәһе 670 мең транспорт картаһы сығарылған. "Уҡыусы картаһы"н һәм "Социаль транспорт картаһы"н иҫәпкә алып, төбәктә проектта ҡатнашыусылар һаны 1,48 миллион кешегә еткән. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә "Алға" картаһы Ырымбур өлкәһендә эшләй башлаған. Силәбе менән дә транспорт системаларын интеграциялау буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Бынан тыш, Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә "Алға" транспорт ҡушымтаһы менән бер рәттән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең социаль яҡтан яҡланмаған категориялары өсөн бушлай тауарҙар һәм хеҙмәттәр алыуға электрон сертификаттар индерергә ниәтләй. Атап әйткәндә, һүҙ реабилитация саралары, бушлай дарыуҙар һатып алыу хаҡында бара.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.