Иҡтисад
18 Июля 2022, 16:15

Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә хәл нисек?

Был турала Артем Ковшов сығыш яһаны.

Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә хәл нисек?Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә хәл нисек?
Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә хәл нисек?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәргән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов сығыш яһаны. Ул республикала торлаҡ төҙөлөшө тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда 2030 йылға тиклем дүрт миллион квадрат метрлыҡ торлаҡты сафҡа индереү бурысы ҡуйылды. Быйылға иһә был күрһәткес ике миллион 343 мең квадрат метр тәшкил итә. Былтыр ике миллион 906 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

2022 йылдың тәүге яртыһында республикабыҙҙа бер миллион 488 мең 500 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, йәғни былтырғыға ҡарата 111,1 процент.

Торлаҡ төҙөлөшөндә шәхси йорттар һалыу күләме – 64 процент самаһы. Муниципаль берәмектәр араһында алты ай йомғаҡтары буйынса алдынғылыҡты Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Иглин районы, Нефтекама ҡалаһы биләй.

Башҡортостанда 115 төҙөлөш ойошмаһы күп фатирлы йорттар һалыу менән мәшғүл.

2022 йылдың тәүге яртыһында республикала 47,6 миллиард һумлыҡ 18366 ипотека кредиты бирелгән.

Артем Ковшов белдереүенсә, 198 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында – беренсе, Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй. Тағы ла ете меңгә яҡын кешегә 1,3 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас