Иҡтисад
19 Июль 2022, 08:30

"Алға"ны файҙаланыу тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ

Башҡортостанда был система аша иҫәпләшеү күләме ун миллиард һум самаһы булған.

"Алға"ны файҙаланыу тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ"Алға"ны файҙаланыу тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ
"Алға"ны файҙаланыу тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә уҙған республика Хөкүмәте ултырышында “Башҡортостандың социаль картаһы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса саралар ҡаралды.  

Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып халыҡ араһында социаль карталар индерә башлаған. 2009 йылда тәүге уңышлы һөҙөмтләргә өлгәшелгән – коммерция банктары менән уҙаҡташлыҡ буйынса беренсе социаль карталар сығарыла. 2021 йылдан “АЛҒА Башҡортостан” ҡулланыусы картаһы” проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул транспортта йөрөгәндә берҙәм ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһын индереүҙән һәм “Алға” берҙәм транспорт картаһын сығарыуҙан башлана.

"Республика халҡы көн дә 500-гә тиклем яңы “АЛҒА” картаһын ала. Дөйөм ҡулланыуҙа булғандарының һаны 700 меңгә етеп бара. Бынан тыш, бер сәғәт эсендә төрлө йәмәғәт транспортына күсеп ултырғандар өсөн икенсе транспорта бушлай йөрөү өсөн “Бәхетле сәғәт” тарифы булдырылған. “Алға” системаһы буйынса дөйөм түләүҙәр күләме ун миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән көн һайын 15-17 миллион һумға үҫеш күҙәтелә. Һис шикһеҙ, проектты артабан киңәйтергә кәрәк, был иһә хоҡуҡи норматив базаға үҙгәрештәр индереүҙе талап итә", – тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин проект тураһында ентекле һөйләп үтте. 2019 йылдан 1,5 миллион “АЛҒА” ҡушымтаһы булған электрон карта һатылған. Министр “Башҡортостандың социаль картаһы” проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар тураһында”ғы ҡарарының норматив хоҡуҡи нигеҙен актуалләштереү мөһимлеген билдәләне.

 – “АЛҒА Башҡортостан” ҡулланыусы картаһы” проекты сиктәрендә мобиль ҡушымталарҙы һәм һанлы технологияларҙы үҫтереү алда һатылған Башҡортостандың социаль картаһына барлыҡ фунционалын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ карта мөмкинлектәрен дә, – тип хәбәр итте Геннадий Разумикин.

Яңы функционал Картаны дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр төбәк порталында үҙеңә тултырыу, төрлө электрон ҡушымталарҙы ғәмәлгә ашырыу, Карта аша адреслы социаль ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен бирәсәк.             

Ғөмүмән, күп функциялы карталарҙы индереү халыҡҡа төрлө социаль хеҙмәттәр алыуҙа уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас