Иҡтисад
19 Июль 2022, 10:02

Дәүләтшиндең дәүләте ныҡлы

Дим Һиҙиәт улы алмаш әҙерләү тураһында ла онотмай.

Автор фотоһы.  “Беҙ, фермерҙар, һәр йәһәттән дә Хөкүмәттең ярҙамын тоябыҙ”, – ти Дим Дәүләтшин.Автор фотоһы.  “Беҙ, фермерҙар, һәр йәһәттән дә Хөкүмәттең ярҙамын тоябыҙ”, – ти Дим Дәүләтшин.
“Беҙ, фермерҙар, һәр йәһәттән дә Хөкүмәттең ярҙамын тоябыҙ”, – ти Дим Дәүләтшин.Фото:Автор фотоһы.

Салауат районы биләмәһенә аяҡ баҫыу менән үҙеңде бөтөнләй бүтән донъяға килеп юлыҡҡандай хис итәһең. Сере ябай ғына – был яҡтарҙа баҫыуҙар сәселгән, юл буйҙары сабылған, ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә тәртиптә. Өфө тарафтарынан килгәндә, әҙерәк кенә барып, Көҫкәнде йылғаһы аша үтһәң, “Әлкә ауылы” тигән яҙыу күренә. Сираттағы командировкала Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов данлы Әлкәгә һуғылып китеүебеҙҙе үтенде. Баҡтиһәң, бында үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып эшләгән, бай тәжрибәгә эйә фермер бар икән. Ошо райондың ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Гүзәл Юлдашбаева менән шул яҡтарға юл тоттоҡ.  Әлкә ауылында “Юлай” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Дим ДӘҮЛӘТШИН менән уңышҡа илткән эш тәжрибәһе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Дим Һиҙиәт улы, һеҙҙең хужалыҡ эшмәкәрлеген ниндәй йүнәлешкә көйләгән?

 

– “Ныҡлы һәм ышаныслы пар ҡанатым бар”, тип һәр саҡ уйынлы-ысынлы әйтәм. Беренсенән, үҫемлекселек тармағын уңышлы алып барам. Икенсенән, малсылыҡҡа ныҡлы тотонғанмын. “Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоу ауыр түгелме?” тип ҡыҙыҡһынғандар ҙа бар. Инде нисә йыл был тәңгәлдә бай тәжрибәгә эйәмен, уларҙы айырып ҡарау һис кенә лә мөмкин түгел, бер-береһен тулыландыралар.

 

– Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышы тәбиғәтенең ҡырыҫ икәнен беләбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ йыл да мул итеп иген культуралары үҫтерәһегеҙ. Уңыш сере ниҙә?

 

– Бөтәһе 271 гектар еребеҙ бар, ул – байлығыбыҙ ҙа, шатлығыбыҙ ҙа. Йыл һайын күпләп бойҙай һәм һоло сәсәбеҙ, быйыл да иген культураларының майҙаны ҙур ғына. Әйткәндәй, арыш яҡшы ҡышлаған, тимәк, мул уңыш алыуға өмөт ҙур. Сәсеүҙе ваҡытында тамамланыҡ, эш барышында бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар осраманы. Хәйер, барыһын да алдан хәстәрләһәң, кәртәләргә юлыҡмайһың ул. Ысынлап та, оҙайлы ҡыш миҙгелен техниканы ремонтлауға арнаныҡ, яҙ етәрәк орлоҡ тураһында уйлана башланыҡ, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары алдан кәрәгенсә һатып алынды. 

Әле баҫыу уңғандары иген культураларын химик утау менән мәшғүл. Ауыл тормошо ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та. Бында эш йыл әйләнәһенә дауам итә, көндө төнгә ялғап тир түккәндә генә ҙур уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Беренсенән, пар ысулы менән иген үҫтерәбеҙ, икенсенән, баҫыуға бөтөнләй тиерлек ашлама индермәйбеҙ. Йәшерен-батырыны юҡ, гумус тураһында уйланабыҙ. Әҙәм балаһы шикелле ер ҙә арый, уңдырышлылығы кәмегәндән-кәмей, әҙме-күпме уға ла ял кәрәк, шуға күрә лә, әйтәйек, ике баҫыу сәселһә, өсөнсөһө бер йылға “ялға сыға”. Ҡыҫҡаһы, сәсеү әйләнешендә ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәү мөһим.

 

– Малсылыҡ хаҡында ла кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине...

 

– Хужалыҡта 150-нән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, бынан тыш, алтмыш баш тирәһе йәш тана бар. Уларҙы һимертеп иткә оҙатабыҙ. Күп йылдар “Ҡыйғы ит комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Һыйыр малын аҫрау еңел түгел, әммә тырышһаң, маҡсатҡа өлгәшергә була. Иркен көтөүлек булдырыу зарур, сабынлыҡ та ҙур майҙанды биләргә тейеш. Хужалыҡтағы һыйыр малы йәй буйы витаминдарға бай үләнде ашап көрәйгәс, оҙайлы ҡышты еңел үткәрә. Өҫтәүенә, алдарынан бесән-һалам да өҙөлмәй.

 

– Ауылда эш юҡлыҡҡа зарланыусылар Әлкәгә килһен ине. Бында тормош гөрләп тора. “Юлай” хужалығында нисә кешегә хеҙмәт урыны булдырылған?

 

– Алты кешене эш менән тәьмин иттек. Ирек Насиров, Ураҙ Дәүләтшин, Рәмил Ғафаров һәм Илнур Вәлиевкә ниндәй генә бурыс йөкмәтелмәһен, һәр ваҡыт үҙ эшенең оҫталары икәнен күрһәтәләр, шулай уҡ бүтәндәр ҙә һынатмайҙар. Яҡташтарымдан уңдым, байтаҡ ваҡыт бергә эшләгәс, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ.

Улар араһында үҙем дә ҡайнайым, “мин – етәксе”, “һин – эшсе” тигән стереотипты эш башлағанда уҡ һындырҙым. Мин – юғары разрядлы иретеп йәбештереүсе, был маҡтаныу түгел. Кәрәк икән, махсус кейем кейеп, сваркаға ла тотонам.

– “Ауылдаш фермерыбыҙ ныҡ шашты, “Тойота”ла ғына елдерә”, тип көнләшеүселәргә ул былай тигән, ти: “Шул хәтлем ҙур хужалыҡ тотоп, һыбай йөрөмәҫмен инде”. Ошо фекергә ҡарашығыҙ нисек?

 

– Заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр. Өҫтән ҡойоп ямғыр яуып торғанда ла, баҫыуға инерлек заманса “тимер ат”ың йортоң алдында тормаһа, фермер исемен йөрөтөүҙән ни фәтүә! Ғөмүмән, техниканы даими яңыртыу эште апаруҡ еңеләйтә. Иҫкегә йәбешеп ятмайым. “Беларус” маркалы тракторҙарым, “Урал” йөк машинам, игенде урып-йыйыусы комбайндарым, шулай уҡ еңел автомобилдәрем бар.

 

– Бөгөн фермерҙарға йәшәү, эшләү еңелме?

 

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, беҙҙе иң ҡыуандырған тармаҡ – ауыл хужалығы, беҙ Рәсәйҙең игенгә бай төбәктәренең береһе тигән статусыбыҙҙы нығыттыҡ, тип тап агросәнәғәт комплексын баһалағаны күңелдәргә май булып ятты, киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн дә ныҡ отошло, республика етәкселеге даими рәүештә дәртләндереп торғас, аутсайдер булырға хаҡыбыҙ юҡ.

Ысынлап та, беҙ, фермерҙар, һәр йәһәттән дә Хөкүмәттең ярҙамын тоябыҙ, рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

– Фермерҙарҙың буш ваҡыты бармы?

 

– Үҙебеҙгә үҙебеҙ ял ойоштороп алабыҙ инде. Ял тигәнем – шул ялан-ҡырҙар буйлап йөрөгәндә таҙа һәм туҡ башаҡлы игендәрҙе ҡулға алыу, төҙөгән быуаға барып әйләнеү, һыулауҙа һыйыр малының рәхәтләнеп көйшәп ятыуын күреү. Шул уҡ ваҡытта күңелгә иң ныҡ тыныслыҡ биргәне – ғаиләң янында булыу. Мәүлиҙә Вафа ҡыҙының, ә ул минең һөйөклө ҡатыным, “әйҙә, сәй эсергә” тип аш-һыуҙан һығылып торған мул табынға саҡырыуын һөйләп аңлатырлыҡ түгел.

Илдар, беләһеңме, мин бит егерь! 23 йыл һуҙымында урман гиҙҙем, Салауат районы биләмәһен арҡырыға-буйға киҫтем. Шаяртып әйткәндә, ялан-ҡырҙағы һәр ҡыр йәнлеге менән танышмын. Тәбиғәткә сығыу – минең өсөн ял.

 

– Дим Һиҙиәт улы, был хәтлем ҙур хужалыҡтың киләсәктә лә гөрләп тороуын теләйһегеҙҙер. Алмаш тураһында уйланаһығыҙмы?

 

– Улыбыҙ Башҡортостан дәүләт аграр университетында агроном һөнәренә уҡый. Һәр хәлдә, тупраҡты нисек уңдырышлы итеүҙе, игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙы миңә ҡарағанда ла яҡшы белә. Хужалығымда практика үтте, бөгөн дә янымда. Хәҙер бит йәштәрҙең ауылдан ҡырға китеүе берәүгә лә сер түгел. Ғәжәп, Иҙел улым, киреһенсә, ауылда ҡалырға теләй, шатлығым сикһеҙ. “Тиҫтерҙәрең, иптәштәреңдең барыһы ла тиерлек ҡалала, әллә һин дә Өфөлә ҡалаһыңмы, фатир алып бирербеҙ”, – тип юрамал ғына ҡылын сиртеп ҡарайым. Юҡ, позицияһында ныҡлы тора. Ғәзизебеҙгә ауыл тормошо оҡшай икән, рәхим итһен, әсәһе лә, мин дә ҡаршы түгелбеҙ. Ысынында, икәү икәү инде, гел генә кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Ул – таянысым да, терәгем дә.

 

– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?

 

– Әлбиттә, сәсеүлек майҙанын киңәйтергә иҫәп бар, был малсылыҡҡа ла ҡағыла. Баҫыу янындағы шишмәне быуып, быуа төҙөгәйнек, шунда балыҡ үрсетеү уйы менән янабыҙ.

Әлкә – данлыҡлы ауыл. Унан БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Мәжит Алкин, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов, Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалған Тархан Заһиҙуллин, табип-онколог Таһирйән Фәттәхов һәм башҡа күренекле шәхестәр сығыуы – шуға асыҡ миҫал. Ошо данды ебәрмәү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.

– Дим Һиҙиәт улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ауыл йәме – фермерҙарҙа! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

 

Илдар АҠЪЮЛОВ

Салауат районы.

Читайте нас