Иҡтисад
19 Июль 2022, 10:04

Малды тапҡан баҡһын, утынды тапҡан яҡһын

Йәйрәп ятҡан иген баҫыуы – етәксе өсөн үҙе бәхет.

Рәшит Зәйнуллин фотолары.Рәшит Зәйнуллин фотолары.
Фото:Рәшит Зәйнуллин фотолары.

Төрлө хужалыҡтар менән танышыу республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексын күҙ алдына баҫтырыу йәһәтенән ныҡ отошло. Уларҙың бәләкәйҙәре лә бар, әммә алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Ҙурҙары иһә республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә айырыуса тос өлөш индерә. Мәҫәлән, Ураҙбаҡты ауылында үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡта булдыҡ. “НеРаЛ-Шишмә” ауыл хужалығы предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил БАТЫРШИН башҡарған эштәре, киләсәккә уй-ниәттәре тураһында һөйләне.

– Ҡайһы берәүҙәрҙең хәтерендә булһа ла, зыян итмәҫ, бәлки, кемдәрҙер белмәйҙер, хужалыҡтың исеме “нерал” һүҙе менән аталыуы тиккә түгел, – тип башланы һүҙен Наил Вәли улы. – Исеме есеменә тулыһынса тап килә – халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләйбеҙ, кешеләргә шатлыҡ өләшәбеҙ. Ошо һүҙҙең тартынҡы хәрефтәре оло мәғәнәгә эйә. Нерал, тимәк, несущий радость людям – кешеләргә шатлыҡ илтә.

Хужалыҡта бөтәһе йөҙгә яҡын хеҙмәткәр иҫәпләнә, уларҙың һәммәһенә лә “афарин!” тиеүҙән башҡа ни әйтәһең!? Малды тапҡан баҡһын, утынды тапҡан яҡһын, тибеҙ. Эшкә йүгереп тигәндәй киләләр, сөнки беҙҙә ижтиһад һалғандарға хөрмәт ҙур, тырыштар өсөн дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Хеҙмәткә түләү айына ике тапҡыр – аванс һәм тулыһынса иҫәп ысулы менән башҡарыла.

Сажиҙә Шафиҡова, Ильяс Шәймөхәмәтов, Роза Ҡәнзәфәрова, Марат Фәйезов һәм башҡалар бүтәндәргә маяҡ ролен үтәй. Һәр кем эштән ләззәт ала, йөҙҙәренән йылмайыу китмәй икән, етәкселек өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.

Дөйөм алғанда, беҙҙең ҡарамаҡта 14 меңдән ашыу гектар ауыл хужалығы биләмәһе бар. Шуның өстән бер өлөшөндә иген культуралары үҫтерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш кеүек техник культураларға ла майҙан бүленгән һәм, әлбиттә, ныҡлы страховка культураһы һаналған ужым арышы менән бойҙай ҙа сәсәбеҙ.

Төрлө сортлы гәрсис сәсеү буйынса махсуслашҡанбыҙ. Уны орлоҡ өсөн дә үҫтерәбеҙ, ҡый үләндәренән арыныу маҡсатында ла ҡулланабыҙ. Шәкәр сөгөлдөрө беҙҙә ныҡ уңа, әле был культураны бер мең гектарҙан ашыу майҙанға сәстек, шул уҡ һүҙҙәрҙе бер мең ярым гектарға ултыртҡан көнбағыш тураһында ла әйтә алам. Ғөмүмән, йәйрәп ятҡан иген баҫыуына ҡарап күңел шатлана икән, ошо бәхет түгелме ни!?

Автопаркты яңыртыу – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе. Барыһын да төҙөк тоторға тырышабыҙ. Быйыл биш урып-йыйыу комбайны, “МАЗ” маркалы машина һатып алдыҡ. Тупраҡты эшкәртеү техникаһы ла бар. Киләсәктә тағы ла бер йөк машинаһы алыу уйы менән янабыҙ. Алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Миңә ҡалһа, рулдә ултырған водитель булһынмы, механизатор тиһеңме, һәр береһенең яҡшы кәйефен күреү-тойоу күңелгә кинәнес бирә. Тимәк, уның өйөндә лә хәлдәр һәйбәт, эшкә лә бөтә көсөн һала.

Ғүмерем буйы агросәнәғәт комплексы тармағындамын. Юғары уҡыу йортон тамамлау менән хужалыҡҡа килгәйнем, һаман да унан айырылғаным юҡ. Ауыл хужалығы йүнәлеше  минең өсөн айырыуса яҡын, ул – минең йәшәү мәғәнәм. Республика етәкселеге төрлө яҡлап булышлыҡ итмәһә, бындай уңышҡа өлгәшә алмаҫ инек. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы менән ныҡлы бәйләнеш булдырғанбыҙ, белгестәрҙең кәңәштәрен тотабыҙ.

Илдар АҠЪЮЛОВ

Шишмә районы.

Читайте нас