Иҡтисад
20 Июль 2022, 07:30

Баш ҡала юбилейына әҙерлек дауам итә

“Республика етәкселеге тарафынан ҡыҙыҡһыныу, асыҡлыҡ күрҙем".

Баш ҡала юбилейына әҙерлек дауам итәБаш ҡала юбилейына әҙерлек дауам итә
Баш ҡала юбилейына әҙерлек дауам итә

19 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм төбәк архитектура йөҙө мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сарала тармаҡтың башҡа белгестәре, республика проект ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Радий Хәбиров 2024 йылда билдәләнәсәк Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендәге масштаблы эштәр хаҡында һөйләне.

“Беҙҙең пландар етди. Парктарҙы, йәмәғәт киңлектәрен, подъездарҙы һәм ихата биләмәләрен яңыртабыҙ, социаль объекттар күтәрәбеҙ һәм, әлбиттә, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙе дауам итәбеҙ, “Көньяҡ ҡапҡа” проектын башланыҡ, күп урамдарҙы үҙгәртеп ҡорабыҙ. Ҡалала шулай уҡ эре социаль һәм спорт объекттары барлыҡҡа киләсәк – Республика һуғыш ветерандары госпитале, Математика лицей-интернаты, ишкәкле слалом комплексы, Көрәш һарайы һәм башҡа ҡоролмалар. Һеҙ, хөрмәтле коллегалар, был эштә ярҙамсыларыбыҙ”.

Республика Башлығы шулай уҡ баш ҡалала барлыҡҡа киләсәк мәҙәни-мәғариф ойошмалар концепциялары хаҡында ла һөйләне. Улар араһында – донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге юғары уҡыу йорттары-ара кампусы, Фән һәм мәҙәниәт һарайы проектына ҡараған Евразия китапханаһы.

“Китапхананы төҙөү тигән беренсел идея күп функциялы проектҡа әйләнде, - тине Радий Хәбиров. – Төрлө белгестәр менән бергә яңы бина булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Һис шикһеҙ, был Өфөнөң көньяҡ өлөшөн биҙәйәсәк монументаль объект буласаҡ. Һеҙҙең йөҙҙә беҙ республика үҫеше буйынса күп мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итәсәк партнерҙарҙы күрәбеҙ”.

Башҡортостан Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе Илдар Йәһүҙин коллегалары исеменән Радий Хәбировҡа көнүҙәк мәсьәләләр, тәҡдимдәр тураһында һөйләшеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. “Һуңғы ике йылда Башҡортостанда етди үҙгәрештәр, шул иҫәптән тораҡ пункттарының архитектура йөҙөндә лә теркәлде. Бындай үҙгәрештәр күптән булмағайны, - тине ул. – Ошо йәһәттән әүҙем эш алып барырға, тыуған республикабыҙға файҙа килтерергә теләйбеҙ”.

Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура һәм төҙөлөш институты профессоры Рәмил Байморатов Башҡортостан райондары баш архитекторҙарын ҡайтанан һөнәри әҙерләү зарурлығы тураһында һөйләне. Уларҙың күбеһе башҡа белгеслеккә эйә. Юғары уҡыу йортоноң белем биреү буйынса профилле программалары бар, әммә уларҙы тормошҡа ашырыу финанслауҙы талап итә. “Был урындарҙа эшләгән белгестәрҙең квалификациһын күтәреү өсөн бик мөһим”, - тине Рәмил Байморатов.

Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы һәм республика Хөкүмәтенә муниципаль архитекторҙарҙы уҡытыу өсөн финанслау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Ул шулай уҡ архитекторҙар берҙәмлеге вәкилдәре менән осрашыуҙарҙы йыш үткәрергә, ҡыҙыҡлы проекттар, башланғыстар тураһында һөйләшеүҙе дауам итергә тәҡдим итте.

“Миндә осрашыуҙан тик ыңғай тәьҫораттар ҡалды: дуҫтарса мөхиттә үтте, планлаштырған мәсьәләләр тураһында һөйләштек, улар буйынса айырым ҡарарҙар ҡабул ителде. Улар тормошҡа ашырыласаҡ. Республика Архитекторҙар союзы Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлекте әүҙем алып бара. Берекмәбеҙ мөһим архитектура проекттарын, бигерәк тә ҡала төҙөлөшө менән бәйлеләрен ҡарағанда ҙур файҙа килтерер тип уйлайым”, - тине Илдар Йәһүҙин.

Рәмил Байморатов өсөн республика райондары баш архитекторҙарының һөнәри әҙерлеген күтәреү мәсьәләһен хәл итеү ыңғай һөҙөмтәләрҙең береһе булған.

“Республика етәкселеге тарафынан ҡыҙыҡһыныу, асыҡлыҡ күрҙем, шуға ла ысын күңелдән яуап бирҙем”, - тип үткән сара тураһындағы тәьҫораттары менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы менән бүлешкән “Архитектор оҫтаханаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Дмитрий Винкельман.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас