

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Белорет металлургия комбинаты 2015 йылда импортты алмаштырырлыҡ күп ҡатлы канаттар етештереү проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Уның хаҡы 511 миллион һум самаһы тәшкил итте.
2016 йылда комбинат Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фондынан 255 миллион һумдан ашыу күләмдә льготалы заем алды. Проект хаҡының ҡалған 50 проценты – комбинаттың үҙ аҡсаһы. 2017 йылда проект Башҡортостанда өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелде. 2018 йылда уның нигеҙендә өр-яңы ҡорамал сафҡа индерелде. Яңы канат машинаһы 90 миллиметр диаметрлы 6-12 ҡатлы канат үрергә, ә экструдер уны тотош һәм айырым өлөштәрен полимер менән көпләргә мөмкинлек бирә.
Проект канаттың полимер тышлығы йәһәтенән дә үҙенсәлекле, сөнки Рәсәйҙә уның әҙер формулаһы ул осорҙа булмай. Комбинат белгестәре ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә полимер тышлыҡтың уникаль составын эшләй. Пластик әйберҙе иҫкереүҙән, көсөргәнештән, агрессив мөхиттән, насар һауа шарттарынан һаҡлай. Һөҙөмтәлә канат икеләтә оҙағыраҡ хеҙмәт итә.
Әле Белорет металлургия комбинаты Рәсәй баҙарында сит ил аналогтарын уңышлы алмаштыра. Бындай канатҡа йөк күтәреү техникаһында, күмер, тау-мәғдән сәнәғәтендә, газ, нефть сығарыуҙа һәм башҡа тармаҡтарҙа ихтыяж ҙур. Комбинат яңы ҡорамал ярҙамында сығарған канат продукцияһы үҙебеҙҙең сәнәғәт компанияларында киң файҙаланыла, уларҙың сит ил комплектлау өлөштәренә мохтажлығын кәметергә мөмкинлек бирә. Ошо йәһәттән проект комбинатты ғына түгел, Рәсәй иҡтисадын да үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.