Иҡтисад
20 Июль 2022, 15:00

Яҡын Көнсығыш тағы ла яҡыная

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Телеграм-канал”да яңы яҙма менән уртаҡлашты һәм Рәсәй - Иран хеҙмәттәшлегенә үҙ баһаһын бирҙе.

Яҡын Көнсығыш тағы ла яҡынаяЯҡын Көнсығыш тағы ла яҡыная
Яҡын Көнсығыш тағы ла яҡыная

“Владимир Путиндың Иранға эш сәфәре бөтә донъяның иғтибарын йәлеп итте. Донъяның киң мәғлүмәт саралары шундай һығымта яһай: “Путин көнбайышҡа ҡаршы (антизападный) альянс төҙөй”. Был осраҡта көнбайыш матбуғат менән ризалашмау мөмкин түгел. Тик бер “әммә” менән. “Анти” тигән һүҙҙе беҙ төрлө мәғәнәлә аңлайбыҙ: әгәр Көнбайыш был яҡынайыуҙы хәүеф һәм трансмилли хәүефһеҙлекте ҡаҡшатыу тип ҡабул итһә, беҙҙең өсөн иһә был – Штаттар ҡыйратырға тырышҡан күп ҡырлы тыныслыҡҡа табан бер аҙым.

Яҡын Көнсығышта Американың өҫтөнлөгө кәмей бара – был Джо Байдендың сәфәренән һуң асыҡ күренде. Сәғүдтәр үҙ сәйәсәтен үҙҙәре, йәғни аралашсыһыҙ төҙөүен аныҡ белдерҙе. Израилде Фәләстан менән “дуҫлаштырыу” ҙа килеп сыҡманы. Байден Яҡын Көнсығыштағы “вакуум"ды тултырырға теләне, әммә барлыҡ урындар алынып бөткән булып сыҡты.

Иран президенты менән һөйләшеүҙе беҙҙең дәүләтебеҙ башлығы юғары баһаланы. Тегерандың халыҡ-ара аренала тотҡан ролен кәметергә ярамай. Мәҫәлән, һуңғы тиҫтә йыл эсендә генә лә был ил нанотехнологиялар үҫеше буйынса, мосолман илдәрен генә түгел, Бөйөк Британияны, Германияны һәм Францияны арртта ҡалдырып, 19-сы урынға күтәрелде. Космос, биотехнологиялар, оборона-сәнәғәт комплексы үҫешә. Беҙҙең илдәрҙең ике яҡлы хеҙмәттәшлекте өр-яңы кимәлгә сығарыу йәһәтенән пландары бар. Дәүләт-ара килешеү әҙерләнә.  

Беҙҙең республика ла, һәр ваҡыттағыса, алдан уйлап эш итә. Беҙ донъялағы сәйәси кәйефте алдан һиҙәбеҙ һәм аңлайбыҙ. Октябрҙә Иранға барырға уйлайбыҙ. Был эш сәфәренә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация һәм төбәктең эшлекле даирәһе әҙерләнә. Ҡыҙыҡһыныуы булған барлыҡ эшҡыуарҙарҙы һәм предприятиеларҙы ошо бизнес-миссияға ҡушылырға саҡырабыҙ! Бының өсөн Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Әле үк нигеҙ әҙерләнде. Беҙ бер нисә ике яҡлы осрашыу үткәрҙек. Шуны айырып билдәләгем килә: 2020 йыл менән сағыштырғанда, Рәсәй менән Иран араһындағы тауар әйләнеше 6,7 тапҡырға артты. Беҙ экспортҡа оҙатылған тауарҙар исемлеген киңәйтергә уйлайбыҙ. Шулай уҡ министрлыҡтың хеҙмәткәрен Иранға ебәреү мәсьәләһе ҡарала, ул Рәсәйҙең сауҙа вәкиллегендә эшләп, ике республиканың предприятиеларына һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Ә эш даирәһе бик киң (арттырып әйтмәйем): нефть-газ тармағы, ауыл хужалығы, финанстар секторы, гуманитар өлкә, мәғариф/фән/мәҙәниәт, сәнәғәт.

Бынан тыш, Иран беҙҙең порттың үҫеше менән ҡыҙыҡһына. Бергәләп был исемлекте тағы ла киңәйтә алабыҙ. Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Казем Джалали әйткәнсә: “Иран Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.  

Сығанаҡ: t.me/agnazarov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас