

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорто – Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары Flow Max ялғау торбаһының 3D моделен уйлап тапты.
Йыуҙыра торған Flow Max ялғау торбаһы – Евразия ғилми-белем биреү үҙәге һәм “Планеталағы шыйыҡ углеводород запасын рациональ үҙләштереү” донъя кимәлендәге ғилми үҙәге ғалимдарының алдынғы ҡаҙанышы. Ул Schlumberger компанияһының Well Commander ялғау торбаһының конкуренты булып тора, шул уҡ ваҡытта байтаҡ өҫтөнлөктәргә лә эйә. Улар араһында активация һәм деактивация цикладарының сикләнмәүен айырып билдәләргә мөмкин (шар ырғытыуҙың кәрәге юҡ). Йәнә колоннаның эске диаметры кәмемәй – ике дюймлы ек быраулау колоннаһының түбәнге өлөшөндәге компоновканы киңәйткестәрҙе эшләтеп ебәрә, быраулау платформаһында махсус персоналдың кәрәге юҡ. гидромонитор втулкалар дөрөҫ урынлашҡанға күрә ялғау торбаһы ҡатламдың һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһамай. Flow Max тәрән һыулы скважиналарҙа ике градиент менән быраулағанда ҡулланыла ала.
Фән докторы, профессор Әхтәм Әһлиуллин әйтеүенсә, Flow Max торбаһын ҡулланыу скважинаны быраулағанда тупланған шламдан таҙартыу мөмкинлеген бирә, һөҙөмтәлә уны төҙөү йылдамлығы арта, сифаты яҡшыра.Әле Flow Max ялғау торбаһының 1:1 күләмендәге 3D моделе эшләнгән, ул төрлө күргәҙмәләрҙә һәм конференцияларҙа өлгө булараҡ ҡуйыла. 3D моделе студенттар һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында белемен камиллаштарған, өҫтәмә белем алған кешеләр өсөн уҡыу ҡулланмаһын да тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда Flow Max АҠШ-тың Көнбайыш Техас штатындағы Total компанияһының туғыҙ скважинаһында һынауҙы уңышлы үтте. Тышҡы сәйәси хәлгә бәйле проектты үҫтереү планы үҙгәрҙе, хәҙер һүҙ импортты алмаштырыу технологияһын – Башҡортостан Республикаһында үҙенсәлекле ҡорамалдар эшләү хаҡында бара.
– Проект үҫә, – ти Әхтәм Хәлим улы. – Ялғау торбаһының һыҙмалары эшләнгән. Ҡайһы бер функцияларҙы Рәсәй шарттары өсөн яраҡлаштырырға кәрәк. Был эште партнерыбыҙ – “АРТ-ОСНАСТКА” компанияһы менән берлектә башҡарабыҙ. Ул Башҡортостан компанияһы, быраулау ҡорамалдары баҙарында алдынғылыҡты биләй. FlowMax торбаһының һынау өлгөләрен етештергәндән һуң уны “Башнефть”, “Газпромнефть” компанияларында һәм, бәлки, “Лукойл”да һынап ҡарау йәһәтенән һөйләшеүҙәр үткәреләсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.