

Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Төбәк инвестиция стандарты индереү тураһында һөйләне. Был - Инвестиция комитеты, Үҫеш корпорацияһы эшен берләштереүсе яңы инвестиция проекттарына булышлыҡ итеүсе система.
Белеүебеҙсә, үткән йыл аҙағында Башҡортостан Рәсәйҙең инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы мөмкинлектәрен ҡулланған “пилот” төбәктәре иҫәбенә инде. Уңышлы эшләгән стандарт элементтары менән Башҡортостандың Инвестиция порталында танышырға мөмкин.
“Беҙ “клиент юлы”н инвесторға аңлайышлы итеп төҙөнөк. Ул төрлө рөхсәт документтарын алыу ваҡытын һиҙелерлек ҡыҫҡарта. Планда – инвестиция циклдары ваҡытын 30 процентҡа ҡыҫҡартыу”, – тине Рөстәм Моратов.
Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа инвесторҙар менән эште камиллаштырыу ысулдары буйынса ентекле доклад әҙерләргә ҡушты.
Артабан кәңәшмәлә “Аркада” сәнәғәт берекмәһенең проекты үтәлеше ҡаралды. Ул эш кейеме тегеү фабрикаһы төҙөү менән шөғөлләнә.
“Аркада”ның генераль директоры Евгений Романов әйтеүенсә, бында 305 кеше эшләй. Йыл башынан республика ярҙамында 245 тегеүсе һөнәрен камилаштырған. Көҙгә ике сменалы эш өсөн 800 самаһы кеше кәрәк буласаҡ.
“Беҙ тегеүселәрҙе уҡытып сығарыуға, бүтән төрлө ойоштороу һәм техник мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итергә әҙербеҙ. Һеҙҙең бурыс – тәү сиратта яҡшы эш хаҡы түләп, кешеләрҙе эшкә йәлеп итеү, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru