Иҡтисад
22 Июль 2022, 08:58

Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк

Йәш фермер Алик Рәжәповтың һәр аҙымы алдан уйланылған.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йәше йәш булһын, үҙенә үҙе баш булһын, тиҙәр. Шәрип ауылында йәш етәксе менән танышҡанда ирекһеҙҙән ошо хаҡта уйланым. “Рәжәпов” крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Алик Рәжәповтың һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.

– Фермер булып китеүем – үҙемде һынап ҡарау, тиһәм, дөрөҫлөккә тап килер, – тип башланы һүҙен Алик Ирут улы. – Ғәҙәттәгесә, беҙҙең хужалыҡ ике тармаҡ буйынса махсуслашҡан. Беренсенән, үҫемлекселек йүнә­лешен алып барам. 600 гектарға яҡын ауыл хужалығы ерем бар. Бойҙай, арпа, һоло ише иген культуралары үҫтереп, файҙаһын күрәм. Беҙҙең төньяҡ-көнсығыш төбәк үтә хәүефлеләрҙән иҫәпләнһә лә, йылына ҡарап, мул уңыш алабыҙ.

Миңә ҡалһа, нимәгә тотонһаң да, хәстәрлекле хужа була белергә кәрәк. Ерҙе һөрөп ташлап, унда орлоҡ төшөрҙөң дә эшең дә бөттө тигән ҡараштан йыраҡ тороу мөһим.  Былтыр 140 гектар майҙанға ужым бойҙайы сәсеп ҡалдырғайныҡ, матур булып шыттылар, әле әллә ҡайҙан йәм-йәшел булып күренәләр.

Малсылыҡ тармағын да тигеҙ итеп алып барырға тырышабыҙ. Бөтәһе йөҙ башҡа яҡын һыйыр малы аҫрайбыҙ. Был йәһәттән беҙҙә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Йыл да мал аҙығын күпләп әҙерләгәс, оҙайлы, һыуыҡ ҡышты һыйыр малы яҡшы сыға.

Үгеҙҙәрҙе һимерткәс, иткә тапшырабыҙ. Беҙҙең малды сират тороп алалар, тиһәм, һис кенә лә шаштырыу түгел. Таналарҙы ишәйтеүҙе лә үҙебеҙгә маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.

Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланым, һөнәрем – инженер-технолог. “Нефть университетын бөтөп, фермер булып йөрөй” тип башта ҡайһы берәүҙәр аптырап та ҡуйғайны. Иң мөһиме, эшемде яратам, ул көйлө бара. Бүтән нимә кәрәк инде?! Кәләшем Олеся – һөнәре буйынса бухгалтер, эште бергә алып барабыҙ. Унһыҙ бер нимә лә эшләй алмаҫ инем. Балалар баҡсаһына йөрөгән Линария ҡыҙымдың янымда уралыуы эшкә ҡамасауламай, киреһенсә, дәрт бирә, кем өсөн тырышҡаныңды аңлайһың.

Өс яҡташым ошо хужалыҡта эшләй. Фуат Миңғәлиев, Рәсим Диваев һәм Дамир Мөхәмәтйәров – шуға асыҡ миҫал.

Киләсәккә пландарға килгәндә, һүҙ ҙә юҡ, сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү – заман талабы. 30 йәшемә бына ошо уй-ниәтте алып барып сығара алһам, үҙемә “бишле” ҡуям.

 

-   И. МӨХӘМӘТОВ

  Салауат районы

Читайте нас