

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров менән осрашыуҙа файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү, иҫәбен алып барыу, сығарыу һәм ҡулланыу өлкәһендә законлылыҡты тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса һөйләшеү барҙы.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, тәбиғәт ресурстары республиканың заманса үҫешен дә билдәләй.
— Беҙҙең төбәк файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай. Был байлығыбыҙ иҡтисад үҫешенә һәм социаль өлкәгә йоғонто яһай, — тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә тәбиғи байлыҡтарҙы геологик өйрәнеүҙе, заманса технологияларҙы һәм ресурстарҙы тикшереүгә, иҫәпләүгә яңыса ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, яңыртыу мөһим.
Республика етәксеһе шулай уҡ күптән түгел Башҡортостанда Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектын тормошҡа ашыра башлауҙары хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ күп һанлы геофизик тикшеренеүҙәрҙе күҙ уңында тота.
Ер аҫтын файҙаланыуҙы үҫтереүҙең төп бурыстары араһында Радий Хәбиров ятҡылыҡтарҙы сәнәғәти үҙләштереү, экологияны һаҡлау һәм урындағы халыҡтың мәнфәғәттәре мәсьәләләре араһында тигеҙлекте һаҡлауҙы билдәләне.
Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған, тип өҫтәне республика етәксеһе. Ул власть органдарының, күҙәтеү ведомстволарының эшен координациялай һәм эшҡыуарҙар менән эш алып бара.
Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров республиканың файҙалы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүселәрҙең эшмәкәрлеген яйға һалыу эшен хупланы.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостанда геологик музей булдырыу перспективалары тикшерелде, унда республиканың һәм Рәсәйҙең тәбиғәте төрлөлөгөн сағылдырған таштар коллекцияһын йыйырға ниәтләйҙәр. Уны формалаштырыуҙа республиканың предприятиелары, коллекционерҙар ярҙам итәсәк. Федераль агентлыҡ та ярҙам күрһәтергә әҙер.
Бынан тыш, Евгений Петров Башҡортостанда табып сығарыуы ауыр булған ҡаҙылмаларҙы эҙләү һәм ҡаҙып алыу буйынса технологик полигон булдырырға тәҡдим итте. Был – ер аҫтын файҙаланыуҙың яңы төрө, уға 2021 йылдан лицензиялар бирелә башланы.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/