Иҡтисад
22 Июль 2022, 10:20

Гомель Башҡортостанға яҡыная

Бында Башҡортостандан спортсыларҙы төрлө ярыштарға әҙерләй алалар.

Гомель Башҡортостанға яҡынаяГомель Башҡортостанға яҡыная
Гомель Башҡортостанға яҡыная

Гомель өлкәһендә Башҡортостан менән Беларусь республикалары ауыл хужалығы, машина төҙөлөшө, туризм һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты. Әйткәндәй, Гомель өлкәһе һөт, ит һәм ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итергә әҙер. Унда ҙур спорт базаһы бар, бында Башҡортосандан спортсыларҙы төрлө ярыштарға әҙерләй алалар.

Ошондай һөйөнөслө хәбәрҙе Башҡортостандың рәсми делегацияһы Беларусь Республикаһына 21 һәм 22 июль көндәрендә сәфәре барышында ишетте. Рәсми делегацияны Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова етәкләне.

– Башҡортостан делегацияһының визиты Беларусь менән тауар әйләнешен арттырыу буйынса алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә ҡайтып ҡала, – тине Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Марина Болычева. – Әле йылына тауар әйләнеше – 80 миллион доллар, киләсәктә 500 миллион долларҙы тәшкил итәсәк, ә инде аҙаҡтан бер миллиард долларға етергә тейеш.

Сәфәрҙең тәүге көнөндә дәүләт власы органдары менән эшлекле осрашыуҙар ойошторолдо.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас