Иҡтисад
22 Июль 2022, 16:00

"Компанияларҙы республикала теркәргә кәрәк"

Башҡортостан Башлығы сираттағы ултырышты ер аҫтын файҙаланыуҙа махсуслашҡан республика райондарының береһендә ойошторорға тәҡдим итте.

"Компанияларҙы республикала теркәргә кәрәк""Компанияларҙы республикала теркәргә кәрәк"
"Компанияларҙы республикала теркәргә кәрәк"

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫтын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров республика власть органдарының федераль ведомство менән үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

“Волга буйы федераль округында бирелгән бөтә федераль лицензияларҙың дүрттән бер өлөшө тиерлек республика ҡарамағында, — тине Радий Хәбиров. — Шул уҡ ваҡытта был бик проблемалы тармаҡ. Тикшереүҙәр ваҡытында рөхсәтһеҙ генә түгел, хатта ныҡ аяуһыҙ ысулдар менән алып барылған эштәр асыҡлана. Предприятиелар отчет бирмәй, һалым түләмәй, лицензия талаптарын үтәмәй. Штраф һалабыҙ, ә етди хоҡуҡ боҙоуҙар осрағында лицензияларҙы тартып алабыҙ”.

Башҡортостанда ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия булдырылған. Ул власть органдарының, күҙәтеү ведомстволарының эшен координациялай һәм эшҡыуарҙар менән эш алып бара.

Бынан тыш, Баймаҡ һәм Учалы райондарында Башҡортостан Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығының биләмә подразделениелары булдырылған. Белгестәр ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү эшен алып барған эшҡыуарҙар менән килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе оператив хәл итә.

Евгений Петров Башҡортостан Башлығына файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм файҙаланыу өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Кәңәшмәлә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Зариф Байғусҡаров ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә яңы закондар индереү инициативаһы тураһында һөйләне. Закон проекттарының бер өлөшө алдағы көҙ Дәүләт Думаһында ҡараласаҡ.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара комиссия эшенең бөгөнгә өлгәшелгән һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул республикала файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙан бюджетҡа һалым индереү күләмен арттырыу өсөн юғары мөмкинлектәр барлығын да билдәләне. Быны тормошҡа ашырыу саралары иҫәбендә – компанияларҙы республикала теркәү. Роснедра башлығы республика позицияһына ҡарата хуплау белдерҙе. “Рәсәйҙә эшләгән бик күп компаниялар оффшорҙарҙа теркәлгән, — тине Евгений Петров. – Уларҙың бенефициарҙарының кем икәне аныҡ билдәле булһын өсөн системалы эш алып барабыҙ. Бик күп лицензиялар ил эсендә теркәлгән юридик шәхестәргә ҡайтанан бирелә башланы ла инде”.

Башҡортостан Башлығы сираттағы ултырышты ер аҫтын файҙаланыуҙа махсуслашҡан республика райондарының береһендә ойошторорға тәҡдим итте.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас