Иҡтисад
22 Июль 2022, 06:50

Милли проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр

Юл инфраструктураһы объекттарының барыһы ла тейешенсә финансланасаҡ.

Милли проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләрМилли проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр
Милли проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса эш төркөмө ултырышын үткәрҙе. Унда 2022 йылдың тәүге яртыһында милли проектты тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм республиканың юл-транспорт тармағындағы песпективалы инвестиция проекттары буйынса фекер алыштылар.

– Быйыл Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы автомобиль юлын төҙөү тамамлана, Өфөлә Ағиҙел аша иҫке автомобиль күперен реконструкциялау дауам итә. Ғөмүмән, Өфөнөң 450 йыллығына төҙөкләндерелергә тейешле юл инфраструктураһы объекттары тейешенсә финансланасаҡ, – тине Рафаэль Мәрҙәншин.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә быйыл төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 203 километрҙан ашыу автомобиль юлы, дөйөм оҙонлоғо 456 погон метрлыҡ туғыҙ күпер ремонтлана. Төҙөкләндереү күҙалланған иң ҙур объекттар иҫәбендә – Өфөләге Зинин ауылы эргәһендә юл айырсаһы һәм баш ҡаланан көнсығыш яҡлап федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” трассаһына сығыу юлы.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас