

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә ингән Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары эшләгән ДДА-160 поршенле авиация двигателе бәләкәй авиация өсөн әле Рәсәйгә сит илдән килтерелгән двигателдәрҙе алмаштырырға ярҙам итәсәк.
Яңы двигатель Австрияла етештерелгән ROTAX-912 приборына алмаш була ала, тип белдерҙеләр университеттың матбуғат хеҙмәтенән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда сығарылған двигателдең сит ил аналогынан байтаҡ өҫтөнлөгө лә бар: ул авиация кәрәсине һәм дизель яғыулығы менән эшләй, хәҙерге бензинлы двигателдәр кимәлендә яғыулыҡтың түбән сығымы менән айырыла, юғары удель ауырлыҡҡа эйә.
Былтыр Өфө ғалимдарҙың ҡаҙанышы “МАКС-тың алтын ҡанаттары-2021” конкурсында “Импортты алмаштырыу” номинацияһында еңеп сыҡты. Быйылғы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, әле был эшләнмәгә ихтыяж бик ҙур.
– Бөгөн еңел һәм үтә еңел осоу аппараттары класында сит илдә етештерелгән поршенле авиация двигателдәре ҡулланыла. Яңы двигателдәр йәки запас частар менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөк илдең милли хәүефһеҙлегенә хәүеф тыуҙыра. Тимәк, бындай аппараттар, шул иҫәптән вертолеттар һәм пилотһыҙ осҡостар өсөн үҙебеҙҙең двигателдәрҙе сығарырға кәрәк, – тине Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков.
Мәғлүм булыуынса, Өфө дәүләт авиация техник университеты – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә ингән Башҡортостандың ете юғары уҡыу йортоноң береһе. Уның эшмәкәрлеге тураһында дүшәмбе Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығынтың фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов һөйләгәйне.
Авиация университетынан тыш, консорциум составына Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Сколково фән һәм технологиялар институты, шулай уҡ өс ғилми ойошма һәм иҡтисадтың реаль секторындағы 26 предприятие инә. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең эш программаһында “Яңы йәшәү мөхите”, “Һанлы һәм “йәшел” химия, энергетика”, “Биомедицина һәм генетика”, “Инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары” йүнәлештәре буйынса алдынғы 10 технологик проект ҡаралған.
Былтыр Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика Башлығы фәнгә булышлыҡ итеү маҡсатында ғалимдарға, шулай уҡ тотош ғилми коллективтарға грант булдырҙы. Бынан тыш, Башҡортостан ғалимдарының ете проекты Рәсәй ғилми фондынан 34 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге составындағы өс юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк-2030” федераль программаһына уңышлы инеүе, гранттың төп һәм махсус өлөштәренә лайыҡ булыуы ла ҙур ҡаҙанышты тәшкил итте.
Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын Өфө фән һәм технологиялар университетына берләштереү – үҙе бер ваҡиға. Быйыл 1 сентябргә тиклем ике вуз коллективы үҙгәртеп ҡороу ғәмәлдәрен тамамлай.Спикер студенттар кампусына ла айырым иғтибар бирҙе. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында уның макеты менән таныштырғайны. 1 авгусҡа тиклем федераль Хөкүмәткә һайлап алыуҙың икенсе этабына ғариза биреү планлаштырыла.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы проекттар иҫәбенә карбон полигоны, Компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге, Өфө дәүләт авиация техник университетындағы “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбе инә. Үҙәк яҡын киләсәктә университет технологик эшҡыуарлығы платформаһын ойоштороуҙы планлаштыра.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса Евразия ғилми-белем биреү үҙәге илдә иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде.
– Ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү йәүәтенән дөрөҫ йүнәлеш һайлағанбыҙ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Был эште дауам итергә кәрәк. Шулай уҡ йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу алымдарын да әҙерләү фарыз.
Фото: resbash.ru
Сығанаҡ: resbash.ru/articles/nauka/2022-07-21/kurs-na-importozameschenie-2879790