Иҡтисад
22 Июль 2022, 06:35

Табыш күләме – 311 миллиард һумдан ашыу

Милли проектҡа республикабыҙҙан 137 предприятие йәлеп ителгән.

Табыш күләме – 311 миллиард һумдан ашыуТабыш күләме – 311 миллиард һумдан ашыу
Табыш күләме – 311 миллиард һумдан ашыу

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың дөйөм табышы 311 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәкән. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо турала белдерҙе.

– Әле милли проектҡа республикабыҙҙан 137 предприятие йәлеп ителгән, был федераль үҙәк билдәләгән күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ. Хеҙмәткәрҙәрҙең исемлектәге уртаса дөйөм һаны 60 меңгә етә. 74 предприятие – сәнәғәткә, 28-е – ауыл хужалығына, 22-һе – төҙөлөшкә, һигеҙе – транспорт тармағына, өсөһе – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, икеһе сауҙа өлкәһенә ҡарай. Производительность.рф сайтында ғариза биргән буласаҡ ҡатнашыусылар иҫәбендә Башҡортостандан йәнә дүрт предприятие бар. Тиҙҙән улар менән килешеү төҙөләсәк, – тине Рөстәм Моратов.

Мәғлүм булыуынса, республикала милли проекттың операторы – Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге. Уның эксперттары предприятиеларға “һаҡсыл етештереү”ҙең алдынғы халыҡ-ара методикалары буйынса етештереү системаһын яйға һалырға ярҙам итә. Бынан тыш, милли проектта ҡатнашыусыларға Сәнәғәтте үҫтереү фондының льготалы займы рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтелә, һалым ташламалары ҡаралған. Бындай саралар исемлеге йылдан-йыл киңәйтелә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас