

Уҙытамаҡ ауылындағы фермер Наил Заһиҙуллин малсылыҡ менән шөғөлләнә. “Ярайһы шәп уңышҡа өлгәшкең килһә, бер йүнәлештә генә ең һыҙған” тигән принципҡа тоғро ул. Уның әйткәндәрендә дөрөҫлөктөң барлығын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек.
Фермерҙың биләмәһе ауылдың бер яҡ ситендәрәк урынлашҡан. Бындағы тәртип һәм таҙалыҡ күптәрҙең төшөнә лә инмәйҙер. Бәләкәй ферманың ихатаһына асфальт түшәлмәһә лә, унда техниканың тәгәрмәсенән төшөп ҡалған ҡойо-маҙар юҡ, мал тиҙәге лә күренмәй.
– Тәртип тупһанан башлана, беҙ ҙә таҙалыҡты башта үҙебеҙҙә булдырҙыҡ, – тип һөйләй Фәнил Шамил улы. – Хәҙер итектең ҡуңысына хәтлем батҡаҡта батып йөрөүҙәр күптән бөттө, тракторҙы ураған һайын рәтләүҙе лә оноттоҡ.
Фермер малын йөҙ башҡа еткергән, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры. Әле улар һөттө иң күп биргән осор. Хужалыҡтағы аҡты “Дәүләкән һөт комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыралар, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан да килеп алалар.
– Был хәтлем һөттө әсетмәйенсә һаҡлай белергә лә кәрәк, – тип дауам итә һүҙен Наил Шамил улы. – Шуны күҙ уңында тотоп, Ижевск ҡалаһынан һөт һыуытҡыс һатып алдыҡ. Бүтән төрлө варианттар ҙа бар ине, әммә беҙ Рәсәйҙә етештерелгән тауарға өҫтөнлөк бирҙек һәм оттоҡ.
Фермер был эштәрҙең береһен дә дәүләт ярҙамынан тыш башҡара алмаҫына баҫым яһаны, республикабыҙҙа малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә иғтибарҙың көслө булыуын айырым билдәләне. Мәҫәлән, Наил Заһиҙуллинға һөт һыуытыу ҡорамалын һатып алған өсөн субсидия биргәндәр. Бынан тыш, өр-яңы трактор алғанда ла Хөкүмәтебеҙ ярҙамынан өҙмәгән. Өҫтәүенә эшен башлап ебәргәндә фермерға 2,5 миллион һум аҡса тапшырғандар. Быларҙы тәфсирләп һөйләгәндә фермерҙың күҙҙәренең яныуына иғтибар иттек.
Фермерлыҡ эшен асып, ул бер нисә кешегә эш урыны булдырған. Әйтәйек, тракторсы Гизәр Хисмәтуллин, һауынсы Екатерина Шишкина, көтөүсе Геннадий Ворушилов ошо хужалыҡта эшләүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Әйткәндәй, фермер малсылар өсөн айырым йорт һалған, улар шунда йәшәй, мунса ла бар.
– Улар буш ваҡытында кешесә ял итә, – ти Уҙытамаҡ фермеры. – Геннадий, мәҫәлән, үҙе ашарға бешерә, керен дә йыуа. Ошондай уңайлыҡтар тыуҙырылғас, һәр береһе эшкә ашҡынып тора. Хеҙмәт хаҡын һәр саҡ ваҡытында түләйем, бер ваҡытта ла һуңлатҡаным юҡ.
Наил Заһиҙуллин тыумышы менән Уҙытамаҡтан. Кәләше Әлфиә менән ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Дамир Өфөлә төпләнгән, республикабыҙҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләй. Ә ҡыҙҙары Әлиә яҙмышын балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, Алкин станцияһы ауылындағы баҡсала тәрбиәсе.
– Киләсәккә уй-ниәттәр бихисап, – ти Наил улы. – Анығыраҡ әйткәндә, хужалыҡтың һөтөн эшкәртеүҙе яйға һалмаҡсыбыҙ. Ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡорот кеүек ризыҡтарҙы халыҡ күпләп алғанда, ниңә быға тотонмаҫҡа? Дөйөм алғанда, тыуған ауылымдың төҙөк тә, йәмле лә булыуына үҙ өлөшөмдө индереү теләге менән янам, Шишмә районының иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү тураһында ла уйланам.
- Илдар АҠЪЮЛОВ
Шишмә районы

