Иҡтисад
23 Июль 2022, 09:30

Ейәнсуралар соя борсағы үҫтерә

Һөт продукцияһының сифатын арттырыуға булышлыҡ иткән үҫемлек төбәктә һигеҙ мең гектар майҙанда сәселгән.

Ейәнсуралар соя борсағы үҫтерәЕйәнсуралар соя борсағы үҫтерә
Ейәнсуралар соя борсағы үҫтерә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республикала райондарында Баҫыу көндәре башлана. Төбәктең көньяғы аграрийҙарын бергә туплаған сара 26 июлдә башлана.

Мал аҙығының сифатын яҡшыртыу өсөн ҡушылған соя шроты "А7 АГРО-РБ" хужалығында етештерелә. Файҙалы һәм туҡлыҡлы күрһәткестәре менән һөт продукцияһының сифатын арттырыуға булышлыҡ иткән үҫемлек төбәктә һигеҙ мең гектар майҙанда сәселгән.

"А7 АГРО-РБ" хужалығында әле эштең ҡыҙыу мәле. Фермала малдарҙы туйғансы ашатып, сифатлы һөт күләмен арттырырға тырышалар. Ҙур аграр комплекста мал аҙығы хужалыҡ баҫыуҙарында әҙерләнә. Июль аҙағына 954 тонна люцерна, 267 тонна бесән тупланған. Баҫыу культураларының таҙалығы, файҙалы күрһәткестәре, үҫтерелгән шарттары аграрийҙарҙың даими күҙәтеүендә. Ҡулланыусылар өҫтәленә барып етәсәк продукцияның сифаты ла малдың нимә ашауына туранан-тура бәйле.

Уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡто иҫәпкә алып, хужалыҡта баҫыу культураларын юғалтыуһыҙ үҫтереү өсөн дүрт һыу һибеү машинаһы һатып алынған.

Ҡеүәтле техника ямғырһыҙ, эҫе селләлә тупраҡты талап ителгән кимәлдә дымларға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, үҫемлектәргә зыян килтереүсе зарарлы бөжәктәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн баҫыуҙар махсус химик матдә менән эшкәртелгән. Йылдам үҫешкән хужалыҡта быйыл тәүге тапҡыр соя борсағынан уңыш аласаҡтар.

Башҡортостанда быйыл соя борсағы ике тапҡыр күберәк сәселгән. Баҫыуҙарҙа һигеҙ мең гектар майҙан тәшкил иткән культура быға тиклем импортҡа оҙатылһа, хәҙер республика хужалыҡтарын тәьмин итә. Ейәнсура районындағы аграр хужалыҡ соя шротын етештереү буйынса алдынғы предприятиеларҙың береһе һанала.

Республиканың ете районында эш алып барған ойошмала малсылыҡ комплексы тап Ейәнсура районында урынлашҡан. Һөтсөлөк тармағын камиллаштырыу маҡсатында хужалыҡта өҙлөкһөҙ эш алып барыла. Мал аҙығының сифатын яҡшыртыу ҡуйылған бурыстың төп өлөшө булып тора.

Фото: oleoscope.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас