

23 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кузнецов затоны биҫтәһендә урап сығыу юлын ҡараны. Уны Пугачев урамы участкаһын реконструкциялау ваҡытында транспорт бәйләнешен ойоштороу өсөн төҙөнөләр. Проектты тормошҡа ашырыу тураһында Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса кәңәшмәлә әйтелде.
3,2 километр оҙонлоғондағы урап сығыу юлы Бородин һәм Геофизиктар урамын берләштерә. Төҙөүселәр асфаль түшәүҙе тамамланы, тротуарҙарҙы һәм йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәрҙе төҙөкләндерҙе, светофорҙарҙы, билдәләрҙе, урам яҡтыртыуын монтажланы.
Өфө ҡалаһы Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөлөшө, ремонтлау буйынса идалалыҡ етәксеһе Константин Паппе ҡараған ваҡытта 23-25 июлдә урап үтеү юлының тест рәүешендә эшләйәсәге хаҡында белдерҙе. Пугачев урамындағы хәрәкәтте 26 июлдә сикләйәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта урында йәшәүселәр һәм был районда эшләгән өфөләр өсөн үтеү асыҡ буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Кузнецов затоны транспорт һәм социаль инфраструктура үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев 1 сентябргә кварталдар араһындағы ремонтты тамамлаясаҡтары хаҡында белдерҙе. Яңы уҡыу йылынан балалар баҡсаһы эшләй башлаясаҡ. Киләсәктә ҡалалағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһен төҙөйәсәктәр. Радий Хәбиров Кузнецов затонында йәшәүселәр өсөн поликлиника асыҡ мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Артабан Башҡортостан Башлығы Пугачев урамының Генерал Рыленко урамы транспорт бәйләнешен төҙөү майҙансығы буйынса урап уҙыу юлы буйынса үтте. Ул Кузнецов затонын Степан Кувыкин урамы менән тоташтырасаҡ.
Радий Хәбиров “Көньяҡ ҡапҡа” проектының юғары әһәмиәтен билдәләне.
Фото: glavarb.ru