

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә республикала мал аҙығы әҙерләү барышы тураһында сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, быйыл малды ҡышлатыу өсөн аграрийҙарға 736 мең тонна бесән, 1,348 миллион тонна сенаж, 1,2 миллион тонна силос әҙерләргә кәрәк.
Быйыл республикалағы бөтә хужалыҡтарҙа мал аҙығы культуралары сәселгән майҙан 740,6 мең гектар тәшкил итә, шуларҙың 76 проценты (562,3 мең гектары) тауар секторына ҡарай. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөн күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәр, уларҙың ҡатнашмаһы биләй. бер йыллыҡ үләндәр 107,7 мең гектарға сәселгән.
1 июнгә Башҡортостанда 891,1 мең баш һыйыр малы, 640,6 мең һарыҡ һәм кәзә, 120,3 мең йылҡы, 583,9 мең сусҡа, 13,5 миллион ҡош-ҡорт иҫәпләнгән. 2022 йылдың тәүге яртыһында, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, мал һаны 6,5 процентҡа кәмегән.
Илшат Фәзрахманов шулай уҡ был аҙнала ҡайһы бер предприятиеларҙың ужым һәм иртә яҙғы культураларҙы йыя башлауы тураһында хәбәр итте. Аграрийҙар алдында 1,757 миллион гектар майҙандан иген йыйып алыу бурысы тора. майҙандың 262 мең гектарында – ужым, 1,495 миллион гектарында яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫә.
“Әле әүҙем әҙерлек бара. Иген йыйыу комбайндары 98 процентҡа әҙер. Хужалыҡтарҙа бөтәһе 3940 комбайн иҫәпләнә, шуларҙың 3861-е төҙөк “, – тине вице-премьер.
Бөтәһе 2,427 миллион гектар майҙандан, шул иҫәптән 435,6 мең гектар ерҙән – майлы культураларҙы, 44,32 мең гектарҙан – шәкәр сөгөлдөрөн, 3,89 гектарҙан картуф һәм йәшелсә, 69,23 мең гектарҙан кукуруз йыйып алыу бурысы тора.
Августың беренсе декадаһында – ужым арышын, өсөнсө декадала ужым бойҙайын сәсеүгә төшөү күҙаллана. Был эшкә 2960 сәсеү агрегаты, шул иҫәптән 610 сәсеү комплексы йәлеп ителә.
Фото: bashinform.ru/news