

Республика Башлығы үткәргән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны.
Уның әйтеүенсә, төбәктәр алдына инвестиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тәьмин итеү, шул иҫәптән 2025 йылға инвестиция-төҙөлөш циклын кәмендә 30 процентҡа ҡыҫҡартыу бурысы ҡуйылды. Иҡтисади ғәмәлдәрҙе үҙгәртеп ҡороу осоронда был бурыс өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды.
Милли инвестиция рейтингы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү системаһы икенсе йыл рәттән тәүге биш төбәк иҫәбенә инеүгә, ә республиканың Инвестиция советы эше илдә иң яҡшыһы тип танылыуға ҡарамаҫтан, беҙ яңы шарттарҙы һәм төбәктәр араһындағы конкуренцияны иҫәпкә алып, алға барыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Был йәһәттән беҙгә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән Төбәк инвестиция стандарты ярҙамға килә, ул 2024 йылға бөтә төбәктәрҙә лә ғәмәлгә индерелергә тейеш. Әйткәндәй, республикабыҙ был системаһы ваҡытынан алда, быйыл уҡ файҙаланған пилот төбәктәр исемлегенә инде. Профилле ведомстволар ҙа Инвестиция картаһы менән Инвестиция ҡағиҙәләре йыйылмаһын ентекле эшләү менән мәшғүл.
Әле Башҡортостан “Туранан-тура инвестиция ағымы” проектында ҡатнашырға ғариза тапшырған. Һаҡсыл етештереү алымдарына ла төбәктә ҙур иғтибар бирелә. Был эшкә барлыҡ республика ведомстволары йәлеп ителә. Улар араһында һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу планлаштырыла. Мәҫәлән, Инвестиция ҡағиҙәләре йыйылмаһы буйынса Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Төҙөлөш һәм архитектура, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар, Транспорт һәм юл хужалығы министрлыҡтары, шулай уҡ “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы эш алып бара. Улар инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда ғәмәлдәр алгоритмын аныҡ төҙөй.
Рөстәм Моратов йәнә бер мөһим мәсьәләгә туҡталды. Ул – инвестиция картаһы. Уҙған аҙнала Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығында иң яҡшы биш практика менән таныштырҙылар. Иң-иңдәр араһында Башҡортостан да бар. 2 сентябрҙән ошо проекттарҙы яҡлау башлана. Бер ай эсендә муниципалитеттар менән был эшкә әҙерләнергә кәрәк.
Министр әйтеүенсә, федераль башҡарма власть органы, ресурстарҙы һаҡлау ойошмалары менән килешеү төҙөү күҙаллана. Был инвестиция картаһы барлыҡ мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алырға тейеш.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press