

Республикабыҙ аграрийҙары быйыл соя культураһының сәсеүлектәрен ике тапҡырға арттырҙы. Был үҫемлектән ваҡланған ҡалдыҡ (экструдирланаған шрот) – малдар өсөн ҡиммәтле аҙыҡ. Элек продукттың ҙур өлөшөн сит илдән килтерҙеләр. Санкциялар индерелеүе сәбәпле, соя ҡалдығын килтереү бөгөн туҡтатылған. Төбәктәге һөт етештереү буйынса алдынғы хужалыҡтарҙың береһендә был культураны үҫтереүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр.
«А7 Агро» предприятиеһы Ейәнсура районында урынлашҡан. Малсылыҡ комплексындағы 1300-ҙән ашыу баш малдың 680-е – һауын һыйырҙары. Һәр һыйыр көн һайын 30 литрҙан ашыу һөт бирә. Һөттө күп биргәндәр өсөн төрләндерелгән меню талап ителә.
«А7 Агро-РБ» предприятиеһының “Ейәнсура” айырымланған бүлексәһе етәксеһе Юнир Таймаҫов түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Һәр төркөмдә индивидуаль ашатыу ҡаралған. Һауын һыйырҙарына 16 компонентҡа тиклем тура килә. Иң юғары һауымлы төркөмдәр беҙҙә тәүлегенә 90 килограмлап аҙыҡ ала.Предприятиеның аҙыҡ базаһы киң – кукуруз, судан үләне, сорго - улар көнбағыш һәм соя шроты, витаминдар менән баланслана. Тулы ҡиммәтле аҙыҡ үҙебеҙҙең баҫыуҙарҙа үҫтерелә. Быйыл беренсе тапҡыр предприятие баҫыуҙарында Ейәнсура районында соя барлыҡҡа килде. Ҡояш, һауа һәм һыу барыһына ла кәрәк. Һуңғы компонент хужалыҡта һуғарылыу системаһы менән тәьмин ителә , -тине ул.
«А7 Агро-РБ» предприятиеһының башҡарма директоры Динар Кәлимуллин да эш тәжрибәһе менән бүлеште:
- Элек агрокомпания аҙыҡ өҫтәмәһен күпләп сит илдән һатып алды. Каналдарҙы ябыу уны тулы күләмдә үҙаллы етештереүгә этәргес булды. Климат шарттары буйынса төбәктең көньяҡ районы тура килде. Долларҙың һәм ваҡланған соя хаҡтары һөттөң үҙҡиммәтенә йоғонто яһай. Шуға ла беҙ соя үҙебеҙҙеке булырға тейеш тигән ҡарарға килдек.