

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың төҙөлөш комплексындағы 46 инвестиция эшмәкәрлеге субъекты араһында һораулама үткәрелде. Сараның төп темалары – төҙөлөшкә рөхсәт биреү, объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу, газ үткәргестәргә тоташтырыу өлкәһендәге ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәлелеге. Һорауламаны Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы район хакимиәттәре менән берлектә үткәрҙе.
“Сара йомғаҡтары буйынса респонденттарҙың күбеһе төҙөлөш өлкәһендә муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәлелеген ыңғай баһалаған, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Төҙөүсе инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән эште дауам итәбеҙ. Был республикала инвестиция шарттарын яҡшыртырға, халҡыбыҙ өсөн яҡшы йәшәү шарттарын булдырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә”.
Һорауламала 2022 йылдың икенсе кварталында ошондай хеҙмәттәрҙән файҙаланған компаниялар ҡатнашты. Респонденттар инвесторҙарҙың дәүләт ярҙамы сараларын белеүенә ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе, мәғлүмәт алыу йылдамлығын, хеҙмәттәрҙең сифаты менән ҡәнәғәтлек дәрәжәһен баһаланы.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press