

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров күсмә Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Унда Ағиҙел ҡалаһының урындағы бюджетының килем базаһы тикшерелде.
"2022 йылдың тәүге яртыһындағы ҡала бюджеты килеме 235 миллион һумдан ашыу булды, – тине Андрей Назаров. – Төп күләм – ул 171 миллион һумдан ашыу кире ҡайтарылғыһыҙ килем. Һалымдан һәм һалымға ҡарамаған килем – яҡынса 64 миллион һум. Үҫеш темпы – 136,9 процент, был – республика буйынса уртаса үҫеш кимәленән юғары".
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, республикабыҙҙың Финанс министрлығы республика муниципаль район һәм ҡалалар араһында рейтинг үткәргән. Унда (Ағиҙел ҡалаһының урындағы бюджетының ете күрһәткесе) 2021 йылдың һөҙөмтәләре буйынса, ҡала округтары араһында Ағиҙел беренсе урынды алған, ә ағымдағы йылдың өс айы буйынса алтынсыға күтәрелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Ағиҙел ҡалаһына һәр йәһәттән дә ярҙам буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.