Иҡтисад
26 Июль 2022, 17:00

Ағиҙелдең киләсәге бар

Ул республикабыҙҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса әле 58-се урынды биләй.

Ағиҙелдең киләсәге барАғиҙелдең киләсәге бар
Ағиҙелдең киләсәге бар

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ағиҙел ҡалаһында Хөкүмәттең күсмә ултырышын үткәрҙе.

"Килеп тыуған хәл-торошта ҡала иҡтисадының төп драйверы ролен кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ үтәргә тейеш, – тине Андрей Назаров. – Бөгөн Ағиҙел ҡалаһы республикабыҙҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса 58-се урынды биләй. Былтыр финанс ярҙамды 1,4 миллион һум күләмендә ете эшҡыуар алды. Бында хәл-торошто тамырынан үҙгәртергә кәрәк, әүҙем рәүештә эшҡыуарҙар менән эшләү мөһим".

Андрей Назаров әйтеүенсә, бынан тыш, Ағиҙелдең ҙур потенциалы – экология һәм һыу туризмын үҫтереү.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас