Иҡтисад
26 Июль 2022, 04:41

Аҙналыҡ кәңәшмә: нимәләр көнүҙәк?

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен үткәрҙе.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Фото:“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Иң элек Радий Хәбиров Благовар райо­нын­дағы юл һәлә­кәтен телгә ал­ды. Республика етәксеһе ваҡиғаны ныҡлы контролгә алырға, зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ архи­текторҙар менән Өфөнөң һәм Башҡор­тостандың архитектур йөҙөнә ҡағылыш­лы кәңәшмә үткәреүе тураһында һөйләне. Был осрашыу һөҙөмтәһендә Өфө дәүләт нефть техник универ­ситетының “Архитектура” кафед­раһында ҡала һәм район архи­текторҙары белемен камиллаш­тырасаҡ. Төбәк етәксеһе әйте­үен­сә, уҡыу бушлай ойошторола.

Артабан Радий Хәбиров  Башҡортос­тандың ҡайһы бер биләмәләрен­дә, техноген баҫымдың артыуы арҡаһында, бөртөклө алтынды сығарыуға мораторий билдәләү мөмкин­леге тураһында хәбәр итте. Был мәсьәлә төбәк етәк­сеһенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров менән осрашыуында ла тик­шерелгән. Республика ошондай тәҡдим менән сығырға ниәтләй.

Тағы ла бер яңылыҡ – 26 июлдән, Өфөнөң Көньяҡ ҡапҡа­һын реконструк­ция­лауға бәйле, Пугачев урамы ябыла. Ошо тирәләге йорттарҙа йәшәгәндәргә һәм коммерция биналарында эшлә­гәндәргә генә был юлдан йөрөргә рөхсәт ителә. Юлдың Геофизиктар һәм Бородино урамдары араһындағы участкаһы төҙөкләндерелгән осорҙа автомо­билсе­ләр өсөн 3,2 километрлыҡ альтернатив юл асылды.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы төбәк халҡын 29-30 июлдә Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үткән “Башҡорт аты” беренсе республика фестиваленә саҡырҙы.

 “Был ҙур фестивалдә баш­ҡорт аттарына бәйле мәсьәләләр буйынса һөйләшербеҙ. Бик күп ҡунаҡтар килә. Үҙем дә ҡатна­шам. Ҡыҙыҡлы сара көтөлә”, – тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов кә­ңәш­мәлә инвестиция эшмәкәр­леге менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тәьмин итеү тураһында сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, төбәктәр алдына федераль кимәлдә ҙур бурыс ҡуйыл­ған. Иҡтисади процестарҙы үҙгәр­теп ҡороу осоронда был бурыс өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды.

Әле Башҡортостан “Туранан-тура инвестиция ағымы” проектында ҡатнашырға ғариза тапшырған. Һаҡсыл етештереү алымдарына ла төбәктә ҙур иғтибар бирелә. Был эшкә барлыҡ республика ведомстволары йәлеп ителә.

Вице-премьер – ауыл хужа­лығы министры Илшат Фәзрах­манов оператив кәңәшмәлә республикала мал аҙығы әҙерләү барышы тураһында сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, быйыл малды ҡышлатыу өсөн агра­рийҙарға 736 мең тонна бесән, 1,348 миллион тонна сенаж, 1,2 миллион тонна силос әҙерләргә кәрәк.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин кәңәшмәлә Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ колледждарҙың һәләтле студенттарына республика Башлығы стипендияһы күләменең 2300-ҙән 4900-гә тиклем арттырылыуын билдәләне. Шулай уҡ стипендиялар һаны ла күбәйгән. Министр әйтеүенсә, әле 2022-2023 уҡыу йылында стипендияға дәғүә итеүселәр араһында асыҡ конкурс уҙғарыла.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Башҡортостандағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында сығыш яһаны. Әле республикала ошондай яңы биләмәләр ойоштороу йәһәтенән эш алып барыла. Улар иҫәбендә – Өфөлә республика әһәмиә­тендәге “Тәбиғәт утрауы” заказнигы, Ҡырмыҫҡалы районында урындағы әһәмиәттәге “Толпаҡ күле” тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Бынан тыш, Башҡор­тостан­дағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре эргәһендәге ер участкаларында һәм һыу объекттарында ла һаҡлана торған зоналар булдырыла. “Мораҙым тарлауығы” һәм “Ирәмәл” тәбиғәт парктарында махсус һаҡланған зоналар асыу өсөн комплекслы экологик тикшереү саралары ойошторола.

Радий Хәбиров Асылыкүлдең экологик хәленә бәйле борсолоу белдерҙе. “Миңә Асылыкүлдең һайығыуына бәйле хәүефләнеп яҙалар. Был хәлде яйға һалыу тураһында уйларға кәрәк”, – тине республика Башлығы. Ул ­тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазыловҡа – мәсьәләнең айышына төшө­нөргә, ә Премьер-министр Андрей Назаровҡа хәлде шәхси контролгә алырға, күлдең таҙа булыу-булмауына иғтибар итергә ҡушты.


Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас