

Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышында “Ағиҙел” йөк һыу проекты тураһында һөйләштеләр, шулай уҡ Ағиҙел – Нефтекама тимер юлын ремонтлау тураһында ла һүҙ булды.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан АЭС-ын төҙөгәндә ҡалала уникаль транспорт инфраструктураһын булдырыу кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө.
- “Ағиҙел” һыу порт комплексы 10 мең тоннаға хәтлем судноларҙы ҡабул итергә әҙер, – тине Андрей Назаров. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул ауыр хәлдә. Шуға ҡарамаҫтан, мөһим стратегик объект, хатта республикабыҙҙың ҡапҡаһы. Ул Каспий, Ҡара, Аҡ, Балтик һәм Азов диңгеҙҙәренә юл аса.
Ултырышта Андрей Назаров тағы ла бер тапҡыр тышҡы иҡтисади бәйләнештәр тәңгәлендә көнсығыш йүнәлештең киләсәгенең барлығын билдәләне.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.