Иҡтисад
26 Июль 2022, 05:09

Башҡорт аты – халҡым ҡото

Ул әлмисаҡтан кешенең тоғро юлдашы.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән, визит карточкаһына әйләнә барған башҡорт атына ла һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә. 29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында “Башҡорт аты” фестивале үтәсәк. Уның бында ойошторолоуы һис тә осраҡлы түгел. Баймаҡ районы – башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Уның бөтә төр хужалыҡтарында 12 меңдән ашыу йылҡы аҫрала, шуның       4 мең 500 башы – фермер хужалыҡтарында. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Азат ШӘРИПОВҡа республика сараһына әҙерлек барышы, “Башҡорт аты” фестивалендә ниҙәр ҡаралғаны һәм төбәктә йылҡысылыҡ үҫеше хаҡында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.

 

– Азат Булат улы, этнограф Руденко “Башкиры” тигән китабында: “Иң бай башҡорт өс-дүрт мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡы малына хужа”, – тип яҙған. Тимәк, баймаҡтар иң бай башҡорт булып сығамы?

– Тап шулай (көлә – авт.). Ысынлап та, беҙҙең район – йылҡысылыҡ буйынса республикала беренсе урында. Беҙҙең тәбиғәт шарттары бының өсөн уңайлы, ат тотоу, ҡымыҙ етеш­тереү кәсепкә генә түгел, йәшәү рә­үешенә лә әйләнгән. Хәҙер ауылдарҙа һыйыр малы йылдан-йыл кәмей, йылҡының иһә артыуы күҙәтелә. Этнограф Руденко әйтмешләй, һәр йортта тиерлек ат бар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тарында уларҙың һаны йөҙҙән ашып китә.

 

– Ниндәй хужалыҡтар йылҡы­сылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү менән уңышлы шөғөлләнә?

– Райондың “Ҡолонсаҡ”, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Барис Миңлебаев, Артур Кәримов, Байрас Ҡотлоғәлләмов, Альфред Хөсәйенов, Фирҙәүес Хәлимов, Динар Ситдиҡов, Илнур Биктимеров, Ринат Мөсәлимов һәм башҡа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары йылҡысылыҡ буйынса үҫешкән. Шулай уҡ был тармаҡ үҫешенә шәхси ихаталарҙа йылҡы тотоусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә.

Ауыл хужалығы предприятиелары араһында “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тоҡомсолоҡ заводы булып тора. Хужалыҡта башҡорт тоҡомло 472 баш ат иҫәпләнә, шуның 348-е – бейәләр. Көн һайын йәмғиәттә 300-әр литр ҡымыҙ етештерелә. Баһадирҙар эсемлеге Өфө, Баймаҡ, Сибай ҡалаларындағы сауҙа нөктәләренә ебәрелә. “Ҡолонсаҡ”та башҡорт тоҡомло 189 баш ат булһа, шуның 60-ы – һауын бейәләре. Улар үҙҙәре етештергән ҡымыҙҙы “Урал аръяғы” шифаханаһына, Сибай ҡалаһындағы туберкулезға ҡаршы диспансерға һәм Баймаҡ, Сибай магазиндарына оҙата.

Әйткәндәй, 2016 йылда райондың Фәйзулла йәйләүендә, Фирҙәүес Хә­лимовтың крәҫтиән (фермер) хужа­лығында ҡымыҙ етештереүсе­ләрҙең республика конкурсы үтте. Бәйгелә Йомаш ауылынан Зифа Иҫәнова икенсе урынды яуланы. Шулай уҡ Бай­маҡта, республикала ғына түгел, хатта илебеҙҙә бейә һөтөн һәм ҡымыҙын киптереү буйынса махсус­лашҡан берҙән-бер “Экопродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй.

“ЭкоПродукт” компанияһы Баш­ҡорт­остандың Урал аръяғы биләмә­һендә сублимацияланған, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереү буйынса республикабыҙҙың өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашыра. Ул тәү сиратта башҡорт ҡымыҙына, бейә һөтөнә, шулай уҡ оҙайлы ваҡыт һаҡлау өсөн аҙыҡ-түлекте сублимациялау маҡсатында 2018 йылдың июнендә сафҡа индерелде. “ЭкоПродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте цехында 2021 йылда 620 килограмм киптерелгән бейә һөтө етештерелде.

 

– “Ни сыҡмаһын, шул баймаҡ­тарҙан сыға” тигән фекер ҙә хаҡтыр, сөнки тап ошо районда тәүге тапҡыр төрки халыҡтарҙың “Ылаҡ” милли уйыны башланды, 2015 йылда Башҡортостан Мәҙә­ниәт министрлығы менән бер­лектә “Башҡорт аты” байрамы үтте, быйыл ҡыш “Тай-тулаҡ” бәйгеһенә нигеҙ һалынды. 2016 һәм 2018 йылдарҙа беҙҙең район командаһы республика данын Ҡырғыҙстанда яҡланы. Улар, Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында ҡатнашып, призлы урын яуланы. Был юлы республикабыҙҙа тәүге тапҡыр “Башҡорт аты” фестивале була. Унда ниндәй ярыштар ҡаралған? Баймаҡтар ҡунаҡтарҙы нимәләр менән хайран итмәксе?

– Мең ярым аттан торған парад сараның иң ҙур, мауыҡтырғыс өлөшө буласаҡ. Әле был тәңгәлдә эш алып барыла. Ҡымыҙ конкурсы, “Тай-тулаҡ”, “Ылаҡ”, “Ауҙарыш” уйындары, һыбай килеш атыу, ат спорты буйынса төрлө ярыштар, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре ойоштороласаҡ. Йылҡы итенән төрлө ризыҡтар, ҡымыҙ, буҙа кеүек эсемлектәр һатыласаҡ. Театрлаштырылған тамаша, ат өҫтөндә оҫта йөрөү буйынса ярыш, аттар бейеүе һәм башҡа бик ҡыҙыҡлы программалар ҡаралған. Барығыҙҙы ла йәмле Граф күле янында үтәсәк тамашаға саҡырам.

 

– Азат Булат улы, һеҙ үҙегеҙ ат яратаһығыҙмы?

– Әлбиттә! Мин бала саҡтан һыбай йөрөп үҫтем. Ҡартатайым йылҡы тотто, ҡыш буйы ҡымыҙ яһап эсә торғайныҡ. Өй һикеһендә ҡымыҙ ҡуйылған батман ултырҙы, уны һәр беребеҙ үткән-сүткәндә болғатып китергә тейешбеҙ, сөнки әсәйем шулай ҡуша, улай иткәндә, ҡымыҙ бер юлы бешелә. Ниндәй башҡорт ат яратмаһын?!

 

– Һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге йылҡысылыҡҡа иғти­бар­ҙы көсәйтте. Был тәңгәлдә дәүләт ярҙамы, гранттар бүленә. Баймаҡ районында йылҡысы­лыҡты үҫтереү буйынса грант яулаған эшҡыуарҙар бармы?

– Йылҡысылыҡ тармағын бер яҡлы ғына ҡарарға кәрәкмәй. Беренсенән, беҙ уны үҫтереп, иң мөһиме, сәләмәт­легебеҙҙе һаҡлай алабыҙ. Рус яҙыу­сылары ҡымыҙ менән дауаланырға юҡҡа ғына Башҡортостанға килмәгән, йылҡы малының ите, ҡаҙыһы организм өсөн файҙалы икәнлеген хәҙер барыһы ла белә. Икенсенән, һыбай йөрөү, иппотерапия, ат туризмы даими үҫешә. Өсөнсөнән, йыл әйләнәһенә ат ярыштары үткәрелә. Йылҡы тотоу­сылар, үҙ-ара килешеп, Урал аръяғы райондарында ат сабыштары, төрлө бәйге­ләр уҙғара, шуға күрә төбәктә йыл­ҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереү буйынса дәүләт ярҙамын юллау өсөн үҙҙәренең бизнес-проекттарын тәҡдим итеүселәр күп. Райондың ат һөйөүселәре, йылҡы малы тотҡан фермерҙар 2012 йылдан алып даими рәүештә дәүләт ярҙамы алды. Мәҫәлән, Евгений Передельский, 2021 йылда “Агростартап” программаһы буйынса 2940000 һумлыҡ дәүләт ярҙамына лайыҡ булып, башҡорт тоҡомло 41 баш бейә алды. Денис Өмөтбаев “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса 3989400 һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Йәш эшҡыуар дәүләт аҡсаһына башҡорт тоҡомло 60 баш бейә, ҡымыҙ ҡойоу аппараты һәм автомобиль-рефрижератор алды. Быйыл Фидан Ниәтшин – “Агростартап” буйынса, “Ғаилә фермаһы”нан Азамат Мәхмүтов Грантҡа лайыҡ булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе – йылҡысылыҡ тармағы районда йылдам үҫешә, дәүләт даими ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, был­тырҙан башлап йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә төбәктә Башҡорт тоҡомло атты һаҡлау көнө билдәләнә. Ысынлап та, халҡыбыҙҙа Аҡбуҙат, ҡанатлы Толпар, данлыҡлы Дөлдөл образдарында сағылдырылған ат әлмисаҡтан кешенең тоғро юлдашы, дуҫы булған. Бөгөн дә ул ошо сифаттарын юғалтмаған, хужаһына тоғро хеҙмәт итә.

 

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эштәрегеҙ уңышлы булһын, байрам матур үтһен!

 

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас