Иҡтисад
26 Июль 2022, 16:00

Иҡтисадтың драйверы – эшҡыуарлыҡ

 Ағиҙелдә эш юҡ, бүтән ҡыйынлыҡтар ҙа бар.

Иҡтисадтың драйверы – эшҡыуарлыҡИҡтисадтың драйверы – эшҡыуарлыҡ
Иҡтисадтың драйверы – эшҡыуарлыҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ағиҙел ҡалаһы тураһында яҙҙы.

"Ҡасандыр Рәсәйҙең Ағиҙел ҡалаһын үҫтереү буйынса ҙур пландары бар ине, – тип яҙған Андрей Назаров. – Бында атом станцияны төҙөргә уйланылар, әммә 90-сы йылдарҙа уйҙарынан кире ҡайттылар. Эшкә килгән кешеләр хәл-тороштоң тотҡоно булды. Бөгөн бында халыҡтың китеүе күҙәтелә, эш юҡ, бүтән ҡыйынлыҡтар ҙа бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республика Хөкүмәте үҫеш йәһәтенән өҫтәмә ҡыйынлыҡтар булған биләмәләргә айырым иғтибар бүлә. Шуның өсөн дә бөгөн беҙ Ағиҙелдә ултырыш үткәрәбеҙ".

Андрей Назаров әйтеүенсә, ул Ағиҙел ҡалаһында ҙур потенциал күрә. Килеп тыуған ҡатмарлы хәл-тороштоң сығыу юлы бына нимә: төп ҡала иҡтисадының драйверы булып кесе һәм уртаса бизнес торорға тейеш. Үҙ сиратында бында эшҡыуарҙар менән әүҙем эш алып барыу зарур.

Фото: А. Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас