

Ирәндек тауы битләүендә бер-бер артлы ҡымыҙ йәйләүҙәре теҙелеп киткән, йылҡы өйөрҙәре утлай, алыҫтан уҡ ҡолондарҙың кешнәүе яңғырай. Таулы-ташлы юлдарҙан Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Азат Шәриповтың еңел автомобиле менән ошо тарафтарҙағы ҡымыҙ йәйләүҙәренә юл алдыҡ.
Атанғол йәйләүендә
Күк Ирәндек буйындағы элек “ташландыҡ” мөһөрө һалынған бәләкәй ауылдарға ҡайтанан ҡот ҡайтыуы, уны тергеҙергә теләүселәрҙең булыуы ҡыуандыра. Ошо хозур урында үҙ эштәрен асып, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп, ҡымыҙ етештереү менән бер рәттән агротуризмды ғына түгел, этнотуризмды ла үҫтерергә теләгән йүнселдәрҙең булыуы икеләтә һөйөнөслө. Һуңғы ваҡытта Рәсәйгә ҡарата иғлан ителгән иҡтисади санкциялар үҙебеҙҙәге хозур тәбиғәтле урындарға сәйәхәт итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Элекке “Ирәндек” совхозына ҡараған ауылдар алтын-көмөш, файҙалы ҡаҙылмалар өҫтөндә ултырһа ла, уңайлы социаль инфраструктураһы, асфальт юлдары менән маҡтана алмай. Назар (халыҡ телендә – Атанғол), Абҙаҡ, Моҫтай, Тоҡтағол ауылдары – күптән инде “перспективаһыҙ”ҙар исемлегендә.
Ун ике кешенең ҡосағы саҡ еткән мәғрур ҡарағас, Ғәҙелша шарлауығы, тау башындағы күлдәр, Сереккүл быуаһы һәм Әүлиә ҡәберлеге. Тап ошондай хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан был ауылдар. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн был яҡтарға яңы һулыш инә.
Денис Өмөтбаевты күптәр блогер һәм сәйәхәтсе булараҡ белә. Әле ул – башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе, йылҡы үрсетеп, ҡымыҙ етештерә, бер үк ваҡытта агротуризм менән этнотуризмды үҫтереү, ситтән туристар йәлеп итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып бара.
Бөгөн Денис Хәмитйән улының башҡорт тоҡомло 100 баштан ашыу аты бар, шуның 60-тан күберәге – һауын бейәләре. Былтыр йәш эшҡыуар “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса 3 989 400 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә һәм дәүләт аҡсаһына башҡорт тоҡомло 60 баш бейә, ҡымыҙ ҡойоу аппараты һәм автомобиль-рефрижератор һатып ала. Әйткәндәй, районда ғына түгел, республикала ла Денис Өмөтбаевтың ҡымыҙ ҡойоу аппараты – берҙән-бер ҡорамал, тиергә була, сөнки тап ошо Ирәндек ҡылғанын ашап үҫкән бейәләрҙән етештерелгән ҡымыҙ бөгөн 0,75 литрлыҡ быяла шешәләрҙә һатыуға сығарыла. Улар өс төҫтә, һәр береһенә рус яҙыусыларының рәсеме һәм уларҙың башҡорт ҡымыҙы хаҡындағы фекерҙәре яҙылған этикетка йәбештерелә. Мәҫәлән, йәшел төҫтәге һауытҡа классик ҡымыҙ ҡойола, һорорағына – ыҫланған ҡымыҙ. Һатыуға сығарылған һәр тауар матур биҙәлешле, яҡшы сифатлы булырға тейеш. Уны һатып алған кешелә ошо уҡ тауарҙы ҡайтанан алыу теләге тыуырға тейеш, – ти әңгәмәсем. Хаҡ һүҙҙәр.
– Сит илдәргә күп сәйәхәт иткән кеше булараҡ, шуны әйтер инем: сәйәхәтсе булһынмы, ниндәйҙер тауарҙы һатып алыусымы, уныһы мөһим түгел, тәү сиратта һәр кемде әйберҙең тышҡы биҙәлеше арбай, шуға күрә беҙ ике йыл тирәһе етештерелгән ҡымыҙҙы һатыуға нисегерәк сығарыу, уға ниндәй этикетка ҡуйыу тураһында оҙаҡ уйлаштыҡ. Ошонда уҡ төрлө рәссамдарҙы саҡырып, улар һүрәт төшөрҙө, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Ахыр сиктә ҡымыҙҙы башҡалар кеүек пластик һауыттарға түгел, ә быяла шешәләргә ҡойорға тигән фекергә килдек, – ти Денис Өмөтбаев.
Был шешәләр ҙә махсус заказ буйынса етештерелә, сөнки тап уларҙың күләменә ҡарап, Һарытау ҡалаһындағы заводҡа махсус рәүештә ҡымыҙ ҡойоу аппаратын эшләүгә заказ бирелә. Ҡоролмала бер юлы 150 шешәне ябырға мөмкин, күберәк тә була, тик әлегә уны тулы ҡеүәтендә эшләтеү өсөн ҡымыҙ етештереүҙе бер нисә тапҡыр арттырыу кәрәк. Ә бының өсөн йылҡы һанын күбәйтеү талап ителә. Киләсәктә ошо тәңгәлдә эш дауам итәсәк.
Денис Өмөтбаевтың ҡымыҙ йәйләүенең биләмәһе, төплө уйланылып, бар яҡлап өйрәнелеп, ныҡлы һәм сифатлы эшләнгән. Мәҫәлән, бейәләрҙе һауған урын тап-таҙа, иҙәндәренә асфальт түшәлгән, яҡтылыҡ үткәрелгән. Йылҡы һәм ҡолондар торған ялан кәртәләр ҙә төҙөк бағаналар менән уратып алынған, ҡымыҙ бешелә торған бина таҙа, ә ҡымыҙ ҡойоу аппараты торған бүлмәгә, санитария талаптарына ярашлы, икенсе кейемдә инергә кәрәк.
Яңы аппарат Сибай ҡалаһынан йәй бер аҙ аҡса эшләп алыу теләге менән килгән Айнур Сәйетҡоловҡа ышанып тапшырылған. “Был эштә етеҙлек талап ителә, саҡ ҡына иғтибар кәмей төшһә, шешә ҡапҡастарының ябылмай ҡалыуы ла ихтимал. Шулай уҡ уяулыҡ та зарур, төймәләргә дөрөҫ баҫыу ҙа кәрәк”, – тине ул.
Ысынлап та, махсус заказ менән алынған аппаратта бөтә стандарттарға яуап бирерлек эсемлек әҙерләнә. Мәҫәлән, бер шешәгә ҡапҡас ҡуйғас, ул һуңғы этапты үтә алманы, станокта “бип” тигән тауыш ишетелде. Баҡтиһәң, ҡойолған шешәгә ниндәйҙер бер ҡый үләне эләккән булып сыҡты. Шешә эсендәге бәләкәй генә сүпте лә күреү мөмкинлеге булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде, ни тиклем сифатлы ҡымыҙ ҡойола. Шуға күрә лә Атанғолда етештерелгән милли эсемлеккә ихтыяж ифрат ҙур.
Ысынлап та, бындағы ҡымыҙ йәйләүе үҙе бер дәүләт кеүек. Буш торған бер нисә иҫке өйҙө һатып алып, яңы йорт күтәреп, унда туристарҙы йәлеп итмәкселәр. Әле бер йортта ял итеүселәр унда “саң ҡундырмай”, урам эсенә башҡорт тирмәһе лә ҡуйылған.
Хәләл тире тамғанға, өйө лә ҡотло, ҡымыҙы ла тәмле, эштәре лә ыңғай бара Денис Өмөтбаевтың. Өмөтлө, ышаныслы йәш эшҡыуар ул. Ата-бабаларының нигеҙен ҡоротмай, тотош ауыл юҡҡа сыҡҡан урынға ҡайтанан ҡот ҡайтарып, башҡорт тоҡомло аттар үрсетә.
Рәйсә Байбулова менән Гүзәл Нәҙершина бейәләрҙе көнөнә өс тапҡыр һауа. Күрше Басай ауылынан килеп, улар йәйләүҙә ятып эшләй. Имән көбөнө ерек сөрөгө менән ыҫлап, яңы һауылған, күпереп кенә торған бейә һөтөн ҡойоп, бер аҙ әсегән ҡымыҙҙы өҫтәп, көнөнә әллә күпме тапҡыр бешергә тырыша улар. “Ҡул менән бешкән ҡымыҙға һәр саҡ ихтыяж ҙур, сөнки ул ифрат тәмле була. Йөрәк тибеше кеүек бер ритмға һалып, көбөләге һөттө аҡрынлап ҡына бешәбеҙ, йырлап та алабыҙ”, – ти ҡымыҙ бешеүселәр.
Ҡымыҙ йортонда көн әйләнәһенә ҡыҙыу эш бара: апайҙары бешеп өлгөрткән ҡымыҙҙы Айнур тиҙ генә шешәләргә тултыра, хужалары уны машина менән сауҙа нөктәләренә оҙата. Ике көтөүсе тәүлек әйләнәһенә йылҡыларҙы ҡарай, ҡолондар ҙа әсәләре янына барыу өсөн атлығып тора.
Моҫтай йәйләүендә
Атанғолдоң ҡымыҙ йәйләүенән йыраҡ үтеп тә өлгөрмәйһең, Фәнис Кәримовтың Моҫтай йәйләүенә барып сығаһың. Бәхеткә күрә, Фәнис Йәноҙаҡ улын эш мәлендә тап иттек. Дөрөҫөрәге, был эшмәкәрлекте улы Артур алып бара, әммә уның йәйләүгә көн һайын килеп йөрөргә ваҡыты юҡ. Тәүге көндәрҙән үк Моҫтайҙағы барлыҡ йылҡысылыҡ эшен атаһы теүәлләй. Ожмах баҡсаһын хәтерләтә был урын.
Бында агротуризм йүнәлешендә күптән эш яйға һалынған. Республиканан ғына түгел, хатта сит илдәрҙән, күрше өлкәләрҙән дә Моҫтай йәйләүенә килергә теләүселәр йылдан-йыл арта бара. Ҡалалағы ығы-зығылы тормоштан бер аҙға ғына булһа ла арынып, ҡымыҙ эсеп, һыбай йөрөп, милли башҡорт ризыҡтарынан ауыҙ итеп, сәхрәлә рәхәтләнеп ял итеп ҡайта улар. Мунсала ҡайын миндеге менән сабынып, аҙаҡ эргәләге Яҡшыдәүләт йылғаһына сумып алғас, донъяға яңынан тыуғандай булаһың. Тик бер шарт бар: был изге урынға сәләмәт тормош яҡлы, хәмер менән мауыҡмағандарҙың ғына килеүе талап ителә. Фәнис Йәноҙаҡ улы үҙе күптән иман юлында, хажға ла барып ҡайтҡан. Ошонда уҡ Шаһишәриф Мәтинов исемен йөрөткән мәсет урынлашҡан, башҡорт өйө һалынған. Бар уңайлыҡтар булдырылған йорттар теҙелгән, туристар башҡорт тирмәһендә, палаткаларҙа ла йоҡлай ала. Теләүселәр өсөн һыбай Ғәҙелша шарлауығына, йәмле Йәнгүҙәй ҡаяһына, Талҡаҫ күленә сәйәхәт ойошторола.
Баймаҡ районы ҡымыҙының республикала иң тәмлеһе булыуының төп сәбәбе – хужалыҡтарҙа барыһының да ҡымыҙҙы ҡулдан бешеүендәлер. Беҙ ҙә бейә һауыусыларҙың һуңғы һауынды тамамлап ҡына торған мәленә тура килдек. Басай ауылынан йөрөп эшләгән Айһылыу Фәйзуллина менән Люциә Иманғолова, һуңғы эштәрен барлап, ҡайтырға йөрөй ине. Уларҙы фотоға төшөрөргә лә өлгөрҙөк.
– Туғыҙ йыл инде ошо йәйләүҙә бейә һауам, ҡымыҙ бешәм, – ти Айһылыу Сәйфулла ҡыҙы.
Уның һүҙҙәренә әхирәте Люциә лә ҡушылды:
– Быйыл бишенсе йыл эшләйем, өс тапҡыр һауабыҙ, быйыл һөт мул, үлән һутлы.
Бына шундай егәрле ҡатын-ҡыҙҙар ҡымыҙ бешкәнгә, башҡорт тоҡомло аттар көтөү-көтөү булып йәйләгәнгә, көтөүселәр уларҙы көнө-төнө өйөрҙәре менән көткәнгә, хужалары малҡайҙарын яҡшы итеп баҡҡанға, уларҙы йыл әйләнәһенә ҡарап, тибенлектә генә түгел, кәртәлә тәрбиәләгәнгә, йылҡылары ла көр, бейәләр ҙә түлле, ҡолондары ла уйнаҡлап тора. Иң мөһиме – йылҡысылыҡты үҙ иткәндәр яҙылмаған бер ҡанунды яҡшы белә: ҡымыҙҙың тәме лә, сифаты ла малдың ниндәй үлән ашауына ғына түгел, уның тоҡомона ла бәйле.
– Киләсәктә был урында яңы йорттар һалынасаҡ, өйөр-өйөр башҡорт тоҡомло аттар йөрөйәсәк! – ти Денис Өмөтбаев.
К. ИШБУЛДИНА
Баймаҡ районы.