

Бөгөн Ейәнсура районында “Баҫыу көнө” ойошторолдо. Бындай сара йыл да ураҡ алдынан үткәрелә.
Ейәнсура районының “А7Агро РБ” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуында Көньяҡ Уралдың һәм республикабыҙҙың көньяҡ өлөшөнөң 12 районы вәкиле йыйылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, 2021 йылда республика аграрийҙары рекорд ҡуйҙы – 12 миллиардтан ашыу һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған.
– Бөгөн техника һанына күп нәмә бәйле, – тине Илшат Фәзрахманов. – Тейешле ваҡытта урып йыйыу эштәрен тамамларға кәрәк. Былтыр барыбыҙ өсөн дә һынау йылы булды, ҡоролоҡ үҙәккә үтте, иҡтисад тармағын түбәнгә төшөрҙө. Хәҙер инде уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөһим һәм уны тейешле хаҡҡа һатырға кәрәк.
Әйткәндәй, августа республикабыҙҙың тағы ике районында ошондай зона семинары уҙғарыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.