Иҡтисад
26 Июль 2022, 04:45

“Уңыш сере – төбәктең үҙенсәлегендә”

Хәйбуллалар киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарай.

Хәйбулла еренә аяҡ баҫыу менән иге-сиге күренмәгән сал ҡылғанлы дала үҙенә йәлеп итә. Беҙҙең менән дә шулай булды. Ысынлап та, был төбәктең үҙенә генә хас йөҙө бар. Далаһы менән генә түгел, ҡоролоҡтар ҙа һындыра алмаҫ ауыл хужалығы, алтын-көмөшлө тау сәнәғәте, иң мөһиме – тырыш, талантлы, ҡунаҡсыл халҡы менән дан тота ул.

Иртә таңдан юлға сыҡһаҡ та, ҡояш төшлөккә ауыша башлаған мәлдә генә килеп индек район үҙәге Аҡъярға. Бында баш ҡала ҡунаҡтарын яңы ҡалҡып сыҡҡан йорттар, төҙөк һәм таҙа урамдар, йәйге йәшеллек ҡаршыланы. Күпләп төҙөлөш алып барылғанлығы ла шунда уҡ күҙгә ташланды.

Хәйбуллалар бөгөн ниндәй уңыштары менән ғорурлана? Халыҡтың көнитмеше нисек? Уны ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр борсой? Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ошо һәм башҡа һорауҙарға район хакимиәте башлығы Рөстәм ШӘРИПОВ менән бергәләп яуап эҙләнек.

 

– Үткән быуатта саман йорттар ғына ултырған төбәктең төҙөклөгөнә бөгөн хайран ҡалырлыҡ. Рөстәм Динислам улы, Хәйбулла районының төп өҫтөнлөгө тип нимәне билдәләргә була?

– Был турала йыш ҡына ҡабатлайым – Хәйбулла ифрат үҙенсәлекле район. Бының сәбәбен бөтәһе лә төшөнәлер, моғайын. Беҙҙең районда ауыл хужалығы ла, тау сәнәғәте лә берҙәй үҫешкән. Республикабыҙҙа бындай төбәктәр бик һирәк. Бөгөн был ике йүнәлеште лә өмөтлө тип һанайым, икеһенең дә киләсәге бар. Мәҫәлән, илебеҙҙәге иң эреләрҙән һаналған Подольск ауылы янындағы баҡыр-цинк ятҡылығы ла ҙур мөмкинлектәр аса. Рудникты 2025 йылда сафҡа индереү күҙаллана.

Ғөмүмән, Хәйбулла өсөн тау тоҡомдарын эшкәртеү сәнәғәте ят йә яңы килеп ингән йүнәлеш түгел, уның бер быуатҡа яҡын тарихы бар. Мәҫәлән, былтыр баҡыр колчеданы мәғдәнен сығарыу һәм байыҡтырыу, алтын һәм көмөш сығарыу менән шөғөлләнгән Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының 90 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Ысынлап та, район халҡы был тармаҡҡа ныҡлап йәлеп ителгән, һәм шуға күрә киләсәктә лә перспективаларҙың ҙур булырына иманым камил.

 

– Районда әүҙем төҙөлөш барғанлығы ла күҙгә ташланды...

– Эйе, бик күп яңы объекттарҙы сафҡа индерергә иҫәбебеҙ бар. Мәҫәлән, Аҡъярҙағы 550 уҡыусыға тәғәйенләнгән һәм 140 урынлыҡ интернаты булған мәктәп төҙөлөшө лә бик әүҙем дауам итә. Уға бөгөн ихтыяжыбыҙ бик ҙур, сөнки район балалары күпләп ситкә китә. Мәҫәлән, быйыл беренсе класҡа яҡынса 400 бала килһә, былтыр 11-сене 114 кенә уҡыусы тамамлаған, ә быйыл уларҙың һаны 100-гә лә етмәне. 9-сы кластан һуң район үҙәгенә килеп уҡырлыҡ балалар, бында йөрөп белем алғансы йә кешелә фатирҙа көн иткәнсе тип, колледжға, учи­лищеға уҡырға инә йә башҡа төбәккә юллана. Был төҙөлөш ошо мәсьәләне хәл итер тип өмөтләнәбеҙ, уға ҙур ышаныс бағлайбыҙ.

Былтыр Аҡъярҙа Еңеү һалдатына һәйкәл асылғайны. Быйыл хәтер мемориалы төҙөүҙе планлаштырабыҙ, унда һуғышта һәләк булған һәм Еңеү яулап ҡайтҡан ете мең ветераныбыҙҙың исеме мәңгеләштереләсәк. Был мемориалдың бер нисә проекты әҙер – шуларҙың береһен тормошҡа ашыра­саҡбыҙ. Шулай уҡ Хәйбулла районының Хәтер китабын нәшер итмәксебеҙ.

 

– Бөгөн аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһе көнүҙәк. Быйылғы баҫыу эштәренән ҡәнәғәтһегеҙме?

– Юғарыла әйтеп үткәнемсә, Хәйбулла районы – таусылар ғына түгел, сиҙәм үҙләштереүселәр төбәге лә. Сәсеү майҙаны буйынса республикабыҙҙа иң ҙурҙарҙан һаналабыҙ. Быйыл 92 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылды, 81 мең гектар майҙанда иген культуралары, 10 мең гектар майҙанда техник культуралар сәселде. Йомшаҡ һәм ҡаты сортлы бойҙай, арпа, һоло, көнбағыш һәм башҡа төрҙәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Сәсеү һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра – был йәһәттән дә беҙ республикала алдынғылар иҫәбендә. Әммә ҡырыҫ тәбиғәт шарттары  арҡаһында фермерҙарыбыҙ дүрт-биш йылға бер тапҡыр ғына уңышҡа өмөтләнә ала. Өс-дүрт йыл тирәһе мотлаҡ ҡоролоҡтан зыян күрәбеҙ. Бындай йылдарҙа сарыф иткән сығымдарыбыҙҙы ҡайтара алһаҡ, был үҙе үк бик яҡшы күрһәткес. Һуңғы бер нисә йылда ҡоролоҡ кисереүебеҙҙе иҫәпкә алғанда, ошо йылға ҙур ышаныс бағлайбыҙ.

Мал аҙығы әҙерләүҙә лә яҡшы уңышҡа өмөтләнәбеҙ. Үлән гөрләп үҫеп ултыра, былтыр иһә сабып алырлыҡ та уңыш булманы. Янғын һүндереп йөрөгәндә быға йыш шаһит булдыҡ – хатта һаҙмат урындарҙа ла яланаяҡ үтерлек ине.

– Ысынлап та, былтыр районды ҡурҡыныс янғындар йонсотҡайны...

– Тәбиғәт ғәрәсәте, ташҡын булһынмы ул йә янғынмы, һәр ваҡыт хәүефле. Боронғолар юҡҡа ғына “ут менән һыуҙан һаҡлан” тип әйтеп ҡалдырмағандыр. Эйе, былтыр көтмәгәндә август башында ҡот осҡос янғындар сығып китте һәм ай буйы дауам итте. Уны халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, республика етәкселегенең ярҙамы менән еңеп сыға алдыҡ. Әлбиттә, был янғындарҙан һуң үҙебеҙ өсөн һығымталар яһаныҡ. Техник әҙерлек, халыҡты туплау мәсьәләләре, мөмкинлектәребеҙҙе дөрөҫ файҙаланыу – барыһы ла оло әһәмиәткә эйә. Шуға ла был кире күренештән дә ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә тупланыҡ, тип раҫлай алам. Быйыл янғындар бөтөнләй юҡ, тип әйтә алмайбыҙ, әммә былтырғы хәл менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Ундайға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ.

 

– Ут менән һаҡһыҙ мөнәсәбәт янғындарҙың төп сәбәптәренең береһе тиергә буламы?

– Ысынлап та, ҡайҙалыр ял итеүселәрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында янғынға юл ҡуйыла. Төрлө сәбәптәр бар инде. Әммә беҙ утты таралмаҫ элек үк һүндереп алырға тырышабыҙ. Әле бына янғынға ҡаршы яңы техника алдыҡ. Ғөмүмән, ошо йәһәттән матди-техник базаны нығытабыҙ – ирекле янғын һүндереү командалары янғынға ҡаршы аҫмалы һыу һиптергестәр, рациялар, махсус кейем менән тәьмин ителде. Бер өлөшөн республика етәкселеге бирҙе, икенсеһен үҙебеҙ һатып алдыҡ, шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа ярҙам күрһәтте.

Күптән түгел ауыл советтарының янғын һүндереү командалары араһында ярыштар үтте. Хәҙер инде республика кимәлендә лә ошондай сараларҙа ҡатнашырға теләгебеҙ бар. Ғөмүмән, был йәһәттән маҡсаттарыбыҙ күп кенә. Быйыл янғындарға бергәләп ҡаршы тороу буйынса Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, “Башмедь” йәмғиәте һәм башҡа сәнәғәт предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөнөк. Мәҫәлән, былтырғы янғындар мәлендә эре техника менән улар ҙур ярҙам күрһәтте. Һөҙөмтәлә беҙ ауылдарҙы уттан ҡурсалап ҡала алдыҡ.

Республика кимәлендә лә янғындарға ҡаршы тороу буйынса дөйөм программа ҡабул ителде. Уға ярашлы, беҙҙең районда янғын һүндереү депоһы төҙөү ҡаралған. Үҙ сиратыбыҙҙа тағы ла шундай өс депоны ғәмәлгә индерергә тәҡдим иттек – был да киләсәккә планда бар.

 

– Республика Башлығы инвестициялар йәлеп итеүгә, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән районда хәлдәр нисек?

– Был йүнәлештә лә ыңғай үҙгәрештәр бар тип раҫлай алабыҙ. Мәҫәлән, федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға былтыр ике коворкинг-үҙәк аса алдыҡ. Республика етәкселеге бындай ярҙамды иң беренсе беҙҙең районға күрһәтте.

Шулай уҡ эшҡыуарҙар үҙҙәре лә әүҙем­ләшә. Бөгөн районда ныҡлы эшмәкәрлек алып барған 500-ҙән ашыу йүнсел теркәлгән. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Шуға күрә йыл һайын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн йүнселдәребеҙгә финанс ярҙамы ла күрһәтәбеҙ. Быйыл ошо маҡсатҡа район бюджетынан – бер миллион һум, республика ҡаҙнаһынан өс миллион һум самаһы аҡса бүленергә тейеш.

Шулай уҡ мәшғүллек үҙәге аша адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы (АСПК) буйынса ла ярҙам ҡаралған. Һәр кесе йома “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелә – унда аҙна һайын кәмендә ике-өс йүнсел үҙ башланғыстары менән мөрәжәғәт итә. Араларында тормошҡа ашырырлыҡ идеялар бихисап. Мәҫәлән, күптән түгел беҙгә үҙенең сауҙа нөктәләре булған егет килде – баҡһаң, ҡәһүә автоматтары урынлаштырырға теләй. Шулай уҡ фастфуд нөктәһе асырға теләгән йәш ғаилә лә килеп кәңәшләште. Эйе, үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға ынтылған йүнселдәр районда етерлек.

Беҙ иһә барыһына ла хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Мәскәүҙән алты ларек алып ҡайтҡайныҡ. Рәсәй почтаһына тәғәйенләнгән был ларек­тарҙы төбәктәргә бушлай таратҡайнылар. Беҙ алып ҡайтыу сығымдарын ғына ҡапланыҡ. Өр-яңылар, эсе йылытыла. Әле бер нисәһен район үҙәгенә урынлаштырҙыҡ – уларҙы урындағы эшҡыуар ҡуртымға алды.

 

– Район халҡының йәшәү кимәле күтәрелә тип раҫлап буламы?

– Уртаса эш хаҡы буйынса сағыштыр­ғанда ла, бюджетты тулыландырыу йәһә­тенән дә, республикала Хәйбулла районы алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, бөгөн уртаса эш хаҡы күләме – ҡырҡ мең һумдан ашыу. Әлбиттә, бында шул уҡ сәнәғәт ойош­маларының йоғонтоһо ҙур. Эшһеҙлек кимәле лә түбән. Эйе, Себер яҡтарында вахтала эш­ләп йөрөгән егеттәребеҙ ҙә бар. Әммә киләсәктә яңы ойошмалар барлыҡҡа килһә, шул уҡ Подольск ятҡылығы үҙләштерелә башлаһа, үҫеш башланыр һәм бөгөн вахтаға йөрөүселәр ҙә үҙебеҙҙең районда эшкә ҡалыуҙы хуп күрер, тип уйлайым. Ғөмүмән, эш урындары ла, башҡа райондар менән сағыштырғанда, күберәк, иҡтисади үҫеш буйынса ла республикала беҙ алдынғыларҙан тип раҫларға була. Иң мөһиме – район халҡы алдағы тормошҡа ышаныс менән йәшәй. Ә бындай ышаныс еңел яуланмай – яҡты киләсәк өсөн бөгөндән үк көс түгеп тырышырға кәрәк.

 

– Рөстәм Динислам улы, Хәйбул­ланың бөгөнгө төп уңыштары тип нимәләрҙе әйтә алаһығыҙ?

– Бөгөн районда ҙур төҙөлөш бара. Уларға федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан бер миллиард һумға яҡын аҡса бүленде. Төп маҡсатыбыҙ – ошо төҙөлөш объекттарын лайыҡлы тамамлау һәм халыҡҡа тапшырыу. Бынан тыш, юлдарыбыҙ төҙөк булһын, халыҡ газ, яҡтылыҡ, һыу менән үҙ ваҡытында тәьмин ителһен, уҡыу йорттарының, мәҙәниәт учреждениеларының базалары ныҡлы булһын өсөн, көндәлек эш дауам итә. Ғөмүмән, районыбыҙҙың һәр ауылында халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ.

Шулай уҡ ауыл хужалығында ла уңышта­рыбыҙ байтаҡ – мәҫәлән, быйыл тәүге дүрт айҙа ғына был тармаҡта эшләүсе ойошма­ларға 100 миллион һумдан ашыу субсидия бүленде. Фермерҙарыбыҙ йылдан-йыл яңы техника менән тәьмин ителә – ошо уҡ арауыҡта уларға 35 миллион һумға яҡын ярҙам күрһәтелде.

Матди-техник базаны нығытыуға лизинг һәм башҡа субсидиялар аша йылына 200 миллион һумға тиклем аҡса бүленә. Һөҙөмтәлә районда яңы фермерҙар барлыҡҡа килә, баҫыуҙарыбыҙ эшкәртелә, был тармаҡта ҙур уңыштарға өлгәшәбеҙ. Әгәр халыҡ борон-борондан бында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеп көн иткән икән, тимәк, киләсәктә лә ошо йүнәлештә үҫешергә тейешбеҙ, тигән фекерҙәмен.

 

– Һеҙҙе борсоған проблемалар ҙа юҡ түгелдер?..

– Үкенескә күрә, төп мәсьәләләрҙең береһе – юл төҙөлөшө. Сәнәғәт предприятиелары техникаһының көн һайын руда ташыуы юлдарыбыҙҙың һәм күперҙәребеҙҙең төҙөклөгөнә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Әйтәйек, яңы ғына һалынған асфальт юлдарҙың да өс-дүрт аҙна эсендә яраҡһыҙ хәлгә ҡалыуы ихтимал. Әлбиттә, халыҡ быға ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә.

Шуға күрә ошо мәсьәлә буйынса республика етәкселегенә даими мөрәжәғәт итергә тура килә. Мәҫәлән, яңыраҡ Сибай, Юлдыбай, Новочеркасск йүнәлештәрендәге юлдарҙың төҙөклөгөнә ҡағылған өс хат әҙерләнек. Уларҙы төҙөкләндереүгә сығымды арттырыу – төп үтенесебеҙ. Шулай уҡ автомобиль юлындағы йөк ауырлығын тикшереү пункты кәрәклеген дә күптән билдәләйбеҙ. Килгәндә иғтибар иттегеҙме икән – ҡайһы бер юл билдәләре лә тейешле сифатта түгел, шуға күрә подрядсыны яуаплылыҡҡа тарттырып, уларҙы ҡабаттан ҡуйыуҙарын һорайбыҙ.

Районды борсоған икенсе ҙур һорау – халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе. Йәйге эҫе башланыу менән беҙҙең крандарҙа һыу күләме ҡырҡа кәмей. Бының буйынса ла көндәлек эш алып барыла. Бөгөн Аҡъяр, Бүребай, Сиҙәм, Атингән, Татырүҙәк, Маҡан ауылдарының һыу үткәреү селтәрҙәрен төҙөкләндереү, Мәмбәт, Таштуғай, Яңы Ергән, Степной, Сиҙәм ауылдарына өҫтәмә скважина быраулау талап ителә.

 

– Рөстәм Динислам улы, район халҡының бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алған етәксе булараҡ, шәхсән үҙегеҙ ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

– Халыҡтың һәр мөрәжәғәтен ишетеп, килеп тыуған проблемаларҙан ҡурҡмай, уларҙы үҙ мәлендә еренә еткереп хәл итергә ынтылыу – беҙҙең төп бурыстарҙың береһе.

Шул уҡ төҙөлөш буйынса ла ҙур маҡсаттар менән йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йорто төҙөргә уйыбыҙ бар, эскизы бына алдымда ята. Уға 750 миллион һум самаһы аҡса талап ителәсәк. Ауылдарҙа балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү, башҡа төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу, юлдарҙы яҡшыртыу, яҡтылыҡ, газ, һыу мәсьәләләрен хәл итеү, матди-техник базаны нығытыу, эшҡыуарлыҡты, ауыл хужалығын үҫтереү, сәнәғәт ойошмаларына үҫеш өсөн мөмкинлек тыуҙырыу, шул уҡ мәлдә тәбиғәтебеҙгә зыян килтермәүҙәрен һәм район мәнфәғәтендә эшмәкәрлек алып барыуҙарын тәьмин итеү – һанай китһәң, алдыбыҙҙа торған бурыстар байтаҡ. Ҙур саралар үткәрергә теләгебеҙ бар.

Киләсәккә бына шундай оло маҡсаттар менән йәшәйбеҙ. Ғөмүмән, районыбыҙҙың үҙенсәлеге, уның перспективаһы, урындағы халыҡтың тырышлығы киләсәккә ҙур өмөттәр менән ҡарарға мөмкинлек бирә.

 

– Әңгәмә өсөн рәхмәт!

 

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Хәйбулла районы.

Читайте нас