Иҡтисад
26 Июль 2022, 10:00

Ураҡ мәле етте

Бөгөн ураҡҡа символик стартты Ейәнсура районында ойошторолған “Баҫыу көнө”ндә бирҙек

Ураҡ мәле еттеУраҡ мәле етте
Ураҡ мәле етте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән.

– Республикабыҙҙа беҙ уңышты йыя башланыҡ, – тигән Радий Фәрит улы. – Бөгөн уға символик стартты Ейәнсура районында ойошторолған “Баҫыу көнө”ндә бирҙек. Бүтән райондарҙа ла, һауа торошона ҡарап, урып йыйыуға төштөләр. Көҙгө арышты сабыуҙы –  Мәләүез районында, ә көҙгө бойҙайҙы Көйөргәҙе, Йәрмәкәй, Туймазы райондарында башланылар. Өфө районында иһә иң иртә өлгөргән культура – көҙгө рыжикты һуғырға тотондолар.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл аграрийҙарға бер миллион 757 мең гектарҙа уңышты йыйыу бурысы тора. Һауа торошо насарҙы күрһәтмәй, уның ҡарауы, белгестәр һандар менән һаҡ булырға тырыша.

Радий Фәрит улы барыһына ла уңыштар теләгән.

Әйткәндәй, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов та фекере менән уртаҡлашҡан.

– Күҙ күреме етмәҫлек баҫыуҙар, әйтерһең дә, офоҡҡа тиклем улар сәселгән, – тигән Риф Сәғәҙәтулла улы. – Баҫыу комбайндары уны иңләй. Шуларҙың барыһын да күҙәтеп барҙым һәм бына нимә тураһында уйланам – ваҡыт аҡҡан һыуға тиң. Әле генә сәсеүҙе тамамлағайныҡ, ә бөгөн урып йыйыуҙы башланыҡ.

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас