

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡала яны поездары тураһында яҙып сыҡты.
“Ярты йылда 1,8 миллион пассажир – беҙҙең ҡала яны поездары өсөн яңы рекорд. Былтырғыға ҡарағанда 17 процентҡа һәм пандемияға тиклемге 2019 йылға ҡарағанда ла күберәк.
Был нимә тураһында һөйләй? Рәсәй тимер юлдары етәкселеге менән уртаҡ тырышлығыбыҙ яҡшы һөҙөмтә бирә – республика халҡы тиҙ, уңайлы һәм хәүефһеҙ транспортты – электричкаларҙы һайлай.
Өфө–Приют–Абдулла маршруты буйынса йөрөгән “Ҡарлуғас” һәм Өфөнән Күмертау аша Ырымбурға юлланған “Орлан” инновациялы поездарыбыҙ – айырым ваҡиға. Улар көн һайын 2,5-әр мең кешене – республикабыҙҙағы электричка пассажирҙарының сирек өлөшөн ташый.
Яҡын киләсәктә Өфө менән Раевканы бәйләгән йәнә бер “Ҡарлуғас”ты юлға сығарырға ниәтләйбеҙ. Йыл аҙағына тиклем Белорет йүнәлешендә юғары тиҙлекле “Көнсығыш экспресс” поезын сафҡа индереүҙе планлаштырабыҙ.
Һәм, әлбиттә, Өфөнөң транспорт системаһына ҡала яны поездарын интеграциялауҙы дауам итәбеҙ. Был йәһәттән алда ҙур эш көтә, иң элек халыҡ автобустан электричкаға еңел генә күсеп ултыра алһын өсөн станциялар янында күсеп ултырыу узелдары төҙөргә кәрәк.
Артабан киттек”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov