Иҡтисад
27 Июль 2022, 10:00

70-кә яҡын кешегә – эш урыны!

Бындай ҡеүәтле объектты төҙөү район иҡтисады өсөн оло әһәмиәткә эйә

70-кә яҡын кешегә – эш урыны!70-кә яҡын кешегә – эш урыны!
70-кә яҡын кешегә – эш урыны!

Иглин районында “СтройБлокТехнология” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш материалдары етештерергә уйлай. Уларҙы юл төҙөгәндә ҡулланасаҡтар.

– Бындай ҡеүәтле объектты төҙөү район иҡтисады өсөн оло әһәмиәткә эйә, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов. – Ошо проект тормошҡа ашыу менән бәйле 67 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк һәм һалым түләүҙәр артасаҡ. Бынан тыш етештерелгән продукцияның, улар араһында асфальтбетон ҡатнашмаһы, битум, ҡырсынташ та бар, юлдарҙы һалғанда һәм ремонтлағанда ныҡ кәрәге тейәсәк.

Рөстәм Моратов әйтеүенсә, ошо проект республикабыҙҙағы өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙың исемлегенә индерелгән. Инвесторға һалым буйынса һәм ер участкаһын ҡуртымға алғаны өсөн ташламалар ҡаралған.

Шул иғтибарға лайыҡ, проекттың инвестицион күләме – 1,4 миллиард һум.

Фото: kartinkin.net

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас