

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, 23 июлдә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы һәм эшлекле даирәһе Белоруссияға сәфәрен тамамланы. Уның һөҙөмтәләре буйынса белорустарҙың "Милкавита" һөт продукцияһы етештереүсеһе өсөн Башҡортостандан ҡап материалдары сығарыусылар эҙләнәсәк.
"Делегация яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты. Белоруссия Башҡортостан етештергән продукцияға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. Ике көн эсендә сит ил партнерҙары менән 50-нән ашыу осрашыуҙар уҙғарылды. Әле Беларустан Башҡортостандың конгресс бюроһы вәкиле менән уларҙың һөт етештереүсеһе өсөн Башҡортостандан ҡап менән ике тәьмин итеүсе һайлап алынды", - тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Һөйләшеүҙәр барышында ике республика предприятиелары араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә меморандум төҙөлдө. Шулай уҡ Башҡортостан продукцияһы менән тәьмин итеүгә Белоруссия компанияһы яғынан техник йөкләмәләр йүнәлтеүгә килешеүҙәр төҙөлгән. Шулай уҡ Белоруссия комплектлаусыларын да импортлау көтөлә.
Бизнес-делегация составына "Туймазытехуглерод" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "РНГ-Инжиниринг", "Альтернатива Экспресс", "ЕВНАТ", "Сәнәғәт экосистемалары", "Радойл", "Авангард Нефтесервис", "Медицинский аудит, сервис һәм консалтинг", "Геоспейс Технолоджис Евразия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "Технолог” фәнни-етештереү берекмәһе инде.
"Милкавита" асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Белоруссияла ҙур һөт эшкәртеү предприятиеларының береһе. Уның етештереү ҡеүәте тәүлегенә бер мең тонна һөт-сеймал эшкәртеү көсөнә эйә. Етештерелгән продукцияның яртыһынан күбеһе экспортлана. Экспортер илдәр араһында – Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Әрмәнстан, Украина, Грузия, Үзбәкстан, Тажикстан, Сүриә, Ҡырғыҙстан һәм башҡалар бар.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.